Ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе йыш ҡына тышҡы ҡиәфәтенә бәйле икәне сер түгел. Матур кейенеп, биҙәнеп ҡайҙалыр сыҡһаң, шул үҙе бер байрам. Ә бына класташтар осрашыуына матурланып барыр өсөн мин визажистҡа мөрәжәғәт итергә булдым.
Таныштарымдың береһе Гөлназ Ходак-Лотфуллина декрет ялына сығып, визаж менән шөғөлләнә башлағайны. Ул мине байрамға әҙерләне.
Гөлназ ижади кеше: матур йырлай һәм эргәһендә гел матурлыҡ тыуҙыра.
"Макияжға өйрәнеү минең өсөн яңы бер һулыш, яңы аҙым булды. Ике йыл был һөнәрҙең үҙенсәлегенә төшөндөм, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң матур һыҙаттарын күрһәтеү барыбер уның эске донъяһын асыуға бәрәбәр. Миңә ышанып килгән ҡатындарға бер көн ғүмерлек иҫтәлек булып ҡалһын өсөн тырышам.
Киләсәккә пландарым шундайыраҡ: прическалар яһарға өйрәнгем килә, сөнки макияж бер сәғәттән ашыу эшләнә. Һуңынан ҡайҙалыр сәсте рәткә килтереү тағы ваҡытты ала. Шуға бөтөн эште бөтөрөп, байрамға китеү уңайлы булыр ине", - ти ул.
Бына шулай Гөлназдың оҫта ҡулдары бер көнгә голливуд йондоҙона әйләндерҙе. Бәхетле булыр өсөн күп тә кәрәк түгел. Үҙебеҙҙе ҡәҙерләйек, матурлыҡҡа ынтылайыҡ, ҡыҙҙар!
Фотолар авторҙың шәхси архивынан.