Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
27 Июнь 2023, 14:00

Тәмле лә, һимертмәй ҙә

Был салатты ҡунаҡтар ҙа, өйҙәгеләр ҙә үҙ итер

Тәмле лә, һимертмәй ҙә
Тәмле лә, һимертмәй ҙә

Ишембай ҡалаһынан аш-һыу оҫтаһы Роза Йәнбирҙинаның шәп рецебын тәҡдим итәбеҙ. Был салатты ғаиләһе лә яратып ашай, һеҙгә лә кәңәш  итә.

-“Тунец менән салат” тип атала ул. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла , әммә калорияһы  бик аҙ кимәлдә булыуы менән үҙенсәлекле салат.  Киске ашҡа ла бынамын тигән ризыҡ. Беҙгә ни бары кәбеҫтә, консерваланған тунец балығы, 4 йомортҡа, бер бәләкәй һауыт консерваланған кукуруз, 2 ҡалаҡ грек йогурты кәрәк була. Һәр береһен ваҡ ҡына турап ҡушабыҙ ҙа, аҡһымға бай салат ашайбыҙ, -ти Роза.

Эшләргә лә бер ҡатмарлылығы юҡ. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ошо салатты эшләп яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ әле.

Роза Йәнбирҙина фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: