Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
31 Декабрь 2023, 15:00

Тәмле шыршыҡай

Был ҡупшыҡайҙы эшләр өсөн ҡаты алма, кишер, бер аҙ еләк, ҡара һәм йәшел виноград, киви, сыр алына.

Тәмле шыршыҡай
Тәмле шыршыҡай

Алма менән кишер – шыршының “нигеҙе”, уларҙы тәрилкә өҫтөнә бер-береһенә беркетеп ҡуйып, башта шыршыҡайҙың олонон эшләргә кәрәк.

Артабан олонға осло шпажкалар сәнсеп сығабыҙ – был ботаҡтар була. Уларға сиратлап емештәрҙе эләктерәбеҙ.

Сырҙан йондоҙсоҡ һәм башҡа вағыраҡ биҙәктәр ҡырҡабыҙ. Йондоҙҙо – иң өҫкә, ҡалғандарын энәләрҙең остарына ҡунаҡлатабыҙ.

Тағы ла матурыраҡ итәбеҙ тиһәң, емеш-еләк араһына мармеладтан яһалған биҙәктәр ҙә ҡыҫтырырға була.

Һүрәт: 100foto.ru

Тәмле шыршыҡай
Тәмле шыршыҡай
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: