Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
14 Март , 13:00

Ҡамыр һәр ваҡыт уңа

Иғтибарығыҙға – мамыҡ кеүек ҡамыр рецебы. Унан һәр төрлө ризыҡ бешереп була.

Ҡамыр һәр ваҡыт уңа
Ҡамыр һәр ваҡыт уңа

1 стакан кефир
0.5 стакан көнбағыш майы
1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә
1 сәй ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
Самалап он

Әҙерләү: кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо сүпрә менән бутап, өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Һуңынан ҡамырҙың өҫтөн ябып, ҡалҡһын өсөн 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ.

Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгәнен бешерергә була: пицца, бөйөрөк, ҡаластар һәм башҡалар.Ҡамыр һәр ваҡыт уңа.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: