Ә рецебы ябай ҡына:
3 йомортҡа
3 аш ҡалағы шәкәр
0,5 балғалаҡ тоҙ
500 мл һөт
250 г он
4 аш ҡалағы көнбағыш майы
1/4 балғалаҡ сода
250 мл ҡайнар һыу
Йомортҡаларға шәкәр, тоҙ ҡушып, сәнске менән яҡшылап болғатырға. Артабан һөт ҡойорға, ондо иләп, әҙләп ҡуша-ҡуша, ҡуйы ҡамыр туғырға. Унан һуң көнбайыш майы өҫтәргә, иң аҙаҡ соданы ҡайнар һыуға һалып болғатырға ла, ҡамырға ҡойорға. Төйөрһөҙ генә шыйыҡ ҡамыр килеп сыға. Инде рәхәтләнеп ҡоймаҡтарҙы ҡойорға ла була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле, ҡоймағығыҙ баллы булһын!
Фото һәм текст сығанағы: "Уңған килендән рецептар" төркөмөнән.