Ҡамыр өсөн:
80гр аҡ май(слив.масло)
2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
1 йомортҡа һарыһы
1 сәй ҡалағы ҡаймаҡ.
1 стакан он кәрәк була.
Ҡамырҙы баҫҡас, уны 30 минутҡа һыуытҡыста ҡалдырабыҙ.
Эслек өсөн кәрәк:
500гр эремсек
3 дана йомортҡа һарыһы
150 гр шәкәр ҡомо
100 мл ҡаймаҡ
1 пакет ванилин
2-3 аш ҡалағы манный ярмаһы
Миксер ярҙамында болғатабыҙ, 30 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Алабыҙ таба(26см). Майлағыҙ, ҡамырҙы ҡул менән йәйәбеҙ, өҫтөнә эслекте һалабыҙ.
180°С 25 минутҡа духовкаға индерәбеҙ. Алдан мейесте йылытып ҡуябыҙ.
10 минут ҡалғас, тиҙ генә йомортҡа ағып ҡабартабыҙ:
4 дана йомортҡа ағы
4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо менән.
Пирог бешеп сыҡҡас, өҫтөнә ошо суфлены йәйеп, мейескә ҡабат 10 минутҡа 150 градусҡа ҡуйып алабыҙ.
Бешкәс, пирогты алырға ашыҡмағыҙ. Духовка ишеген бер аҙ асып ҡуйып, пирогты ике сәғәт тирәһе һыуытығыҙ. Йәки пирогты алып, өҫтөнә һауыт ҡаплағыҙ. 2 сәғәт үтеү менән күҙ йәштәре сығасаҡ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ялдарығыҙ күңелле үтһен!
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән