Күптәр ирәүәндең (ревень) витаминдарға бай икәнен белмәйҙер ҙә әле. Белгестәр фекеренсә, уның составында А, С ,В, К, РР витаминдары күп. Шулай уҡ органик кислоталар, кальций, селен, цинк, магний, тимер, фосфор ҙа бар.
Иммунитеты түбән булған кешеләргә ашау бигерәк тә файҙалы, шулай уҡ үтте ҡыуҙыра, микробтарға ҡаршы көрәшә һ.б.
Ирәүәнде төрлө салаттарға, йәшел аштарға, щи бешергәндә ҡушып ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ унан бәлештә тәмле, туҡлыҡлы. Эслек өсөн был үҫемлектең һабаҡтары менән бергә япраҡтарын да берҙәй ҡулланалар. Тәме буйынса әскелтем, ҡуҙғалаҡты хәтерләтә.
Сөсө йәки әсетке менән ҡамыр баҫып, ирәүәндән эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн һабағы менән япраҡтарын турайбыҙ һәм тәменсә шәкәр ҡомо, бер-ике аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәп, яҡшылап бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә бына тигән эслек әҙер. Матур итеп бәлеш яһап, ҡыҙған мейестә бешереп алырға кәрәк.
Ирәүән бәлешен һыуынғасыраҡ, һуты һеңгәс киҫергә кәңәш ителә. Тиҙерәк бешереп, яҡындарығыҙҙы ҡыуандыра алаһығыҙ. Аштарығыҙ тәмле, кәйефегеҙ шәп булһын!