Кәрәк буласаҡ:
4 йомортҡа
2 йомортҡа һарыһы
2 аш ҡалағы көнбағыш майы
1 балғалаҡ тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр
2-3 стакан он
Ҡыҙҙырыу өсөн — 1 литр көнбағыш майы.
1. Барыһын да ҡушып (ондо әҙ-әҙләп кенә) болғатҡыс (венчик) менән бутайһың.
2. 15 минут баҫаһың, ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
3. Пакетҡа һалып, 20 минут ял иттерәһең.
4. Өс өлөшкә бүләһең.
5. Бик йоҡа итеп йәйәһең. Йәйгәндә он бик ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ.
6. Буйына 5 см ромб рәүешендә киҫәһең.
7. Майға һалып ҡыҙҙыраһың (май ҡайнар булырға тейеш; бик ҡыҙып китһә, әҙ-әҙ генә май өстәйһең).
8. Таҫтамалға йәки салфеткаға һалып майын һеңдерергә.
9. Һыуынғас, тәрилкәгә матур ғына итеп теҙеп, шәкәр пудраһы һибәһең.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Ҡош теле" нисек атала һәм әҙерләнә? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине, дуҫтар!
Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә Йондоҙ" төркөмөнән.