Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
28 Июль , 13:00

Гөлгөнә Байегетованан - ҡуҙғалаҡ бәлеше рецебы

Ямғырлы көндәрҙә ҡуҙғалаҡ бәлеше күңелдәрегеҙҙең күтәреп, табындарығыҙҙы йәмләр.

Гөлгөнә Байегетованан - ҡуҙғалаҡ бәлеше рецебы
Гөлгөнә Байегетованан - ҡуҙғалаҡ бәлеше рецебы

"Туҡтауһыҙ ямғырҙар яуа, бөтә тирә-яҡ, баҡса йәм-йәшел, инде төбөнән киҫеп сабып ташланған ҡуҙғалаҡтар ҙа күҙҙең яуын алып йәнә үҫеп сыҡҡан, нисек инде шуларҙы йолҡмайһың да, бәлеш бешермәйһең инде?! Хәл юҡ, бер силәк итеп өҙөп йыйып индереп ике таба бәлеш бешереп алдым, тышта моңһоу, болотло, ямғырлы көн, бәлештәр бешереп өйҙө йәмләп сәй эсеп кенә ултыра торған көн!

Бер 0,5 л пакет кефирға ярты сәй ҡалағы аш содаһы, ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы һалынған массаны венчик менән болғап күпертеп ебәрҙем дә, өҫтөнә самалап ҡына он иләп, йомшаҡ ҡамыр баҫтым, таҫтамал менән ҡаплап 15 минутҡа ял иттерергә ҡуйып торҙом.

Шул арала йыуып алынған һәм һыуынан һарҡытылған ҡуҙғалаҡтарҙы ыуаҡ ҡына итеп турап, һауытҡа һалып, самалап ҡаймаҡ һәм шәкәр ҡомо ҡушып, 1 - 2 аш ҡалағы крахмал ҡушып, яҡшылап бутап бәлеш өсөн эслек эшләнем. Бәлеште 180° ҡыҙыулыҡта 20 минут самаһы бешереп алырға. Ҡуҙғалаҡ бәлешен һыуытып ашаһаң, тәмлерәк булыр, еләк тәме сығып тора!" - тип яҙған Баймаҡ районының аш -һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова.

Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: