Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Август , 08:00

Сода – иң шәп ярҙамсы!

Конъюнктивит йонсотамы? Ныҡ тирләйһегеҙме? Һыуытҡыстан насар еҫ сығамы? Ошо һәм башҡа проблемаларҙы сода ярҙамында бөтөрөп була.

Сода – иң шәп ярҙамсы!
Сода – иң шәп ярҙамсы!
  • Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып, болғатып, яйлап эсегеҙ.
  • Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙегеҙҙе һөртөгөҙ.
  • Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
  • Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғатығыҙ. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр биш минут һайын берәр аш ҡалағы эсегеҙ
  • Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
  • Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.
  • Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа, бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.
  • Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.
  • Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ.
  • Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода бөтөрә. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.
  • Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер.
  • Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ.

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: