Был рецепт буйынса әҙерләнгән “Рафаэлло” ауыҙҙа иреп кенә тора. Ә иң мөһиме – уны бешерергә лә кәрәкмәй. Әҙерләү өсөн һеҙгә 200 грамм эремсек, ете аш ҡалағы ҡуйыртылған һөт, 80 грамм кокос юнысҡыһы (кокосовая стружка), миндаль кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә эремсеккә ҡуйыртылған һөттө, 30 грамм тирәһе кокосты ҡушып, төйөрҙәре бөткәнсе яҡшылап бутағыҙ. Тигеҙ бер масса килеп сыҡҡас, өлөштәргә бүлеп, рафаэллоны әүәләй башлаһығыҙ ҙа була. Һәр бер йомроҡастың эсенә миндаль тығырға онотмағыҙ. Артабан инде килеп сыҡҡан тәмлекәстәрҙе кокос юнысҡаһында “тәгәрәтеп” алығыҙ ҙа, 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатығыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Автор фотоһы.