Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
20 Сентябрь , 14:00

Юлай Асҡаров ҡәҙерле ҡомартҡыға ҡыуана

80-се йылғы гитара Бөрйәндә һаҡланған

Юлай Асҡаров ҡәҙерле ҡомартҡыға ҡыуана
Юлай Асҡаров ҡәҙерле ҡомартҡыға ҡыуана

Үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ул Gibson Les Paul формаһындағы 80-се йылғы гитараны табыуы тураһында яҙа.

“Был гитараны беҙгә 1992 йылда “Карауанһарай” төркөмө егеттәре бүләк иткәйне. Әлеге инструментта “Рух” төркөмө етәксеһе Ғәзинур Биктимеров уйнаны. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡомартҡаны һаҡлап ҡалғанға Иляс Айытбаевҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - ти Юлай Асҡаров.

Юлай Асҡаров “Дәрүиш” төркөмөнөң тәүге йырсыһы була, әлеге көндә “Рух” төркөмөн етәкләй. Ә унан да алдараҡ, 1989 йылда, Маҡан ауылы мәҙәниәт йортонда "АВЮРС-Крик" рок төркөмө ойошторалар (АВЮРС – Альберт, Валера, Юлай, Радик, Рим, Сергей). Тиҙҙән башҡорт телендә лә йырҙар ижад итә башлайҙар. Юлай бөгөн дә башҡортса йырҙар менән бер рәттән русса патриотик йырҙар ҙа башҡара, йәш саҡтағыса рок йүнәлешен дә үҙ итә.

Һеҙ төркөмдөң йырҙарын хәтерләйһегеҙме?

 

Фото Юлай Асҡаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: