Испан ғалимдары балдың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында тикшереү үткәргән. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән 700 кеше, өс ай дауамында төнгөлөккә бер аш ҡалағы бал ашап, аҙағынан йылы һыу эскән. Һөҙөмтәлә 650 кеше тынысыраҡ һәм тәрәнерәк йоҡлай башлаған, ә ҡалған 50 кеше балды көн һайын ҡулланмаған икән, сөнки артыҡ ауырлыҡ йыйыуҙан ҡурҡҡан.
Белгестәр билдәләүенсә, кешеләр төн уртаһында гликоген (бөйөр өҫтө биҙҙәрен организмдан адреналин һәм кортизол сығарыуға этәргән полисахарид) етмәүе арҡаһында йыш уяна. Балда иһә гликоген күп.
Тәүлегенә бер ҡалаҡ бал ҡабыу гипертониктар өсөн дә файҙалы буласаҡ, сөнки ул артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтә, шулай уҡ ҡанды шлактарҙан һәм кәрәкмәгән майҙарҙан таҙарта.
Автор фотоһы.