Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
18 Октябрь , 23:00

Йоҡоноң сифатына кире йоғонто яһаған ғәҙәт...

Нимәнән баш тартырға кәрәк?

Йоҡоноң сифатына кире йоғонто яһаған ғәҙәт...
Йоҡоноң сифатына кире йоғонто яһаған ғәҙәт...

Тәмәке тартыу йоҡоноң сифатына насар йоғонто яһай, тип иҫкәртте Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, сомнолог Роман Бузунов. Уның һүҙҙәренсә, тәмәкеләге никотин, кофеин менән сағыштырғанда,  йоҡоно күпкә сифатһыҙыраҡ итә.

“Йоҡлар алдынан ике сәғәт тәмәке тартмағыҙ”, – тип кәңәш бирҙе белгес.

Бынан тыш, алкоголде ҡулланыуҙа ла һаҡлыҡ кәрәк. Мәҫәлән, көнөнә 200 миллилитр вино зыян килтермәйәсәк, әммә дозаны өс-дүрт тапҡырға арттырыу тәрән йоҡо стадияһын ҡыҫҡартыуы мөмкин, тип билдәләй Роман Бузунов.

Никотиндың кире йоғонтоһо үпкәләргә генә түгел, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла тарала. Шулай уҡ ул инфаркт үҫеше хәүефен арттыра һәм атеросклерозға алып килеүе ихтимал.

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: