Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
18 Октябрь , 13:30

Өйрәк ите менән ҡабаҡтан тәмле бәлеш

Ошо рецепты белә инегеҙме?

Өйрәк ите менән ҡабаҡтан тәмле бәлеш
Өйрәк ите менән ҡабаҡтан тәмле бәлеш

Миәкә районының Сурай ауылынан Флүзә апай Исмәғилева тирә-яҡта тәмле итеп бешерә белеүе менән билдәле. Яратып тотонғанғамы, һәр ризығы уңып бешә. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын өйрәк ите һәм ҡабаҡтан тел йоторлоҡ бәлеш бешерергә өйрәтте.

- 150 грамм һары май, 100 грамм ҡатыҡ, 2-3 аш ҡалағы ҡайнаған һыу, шуға бер семтем аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ шәкәр һалабыҙ ҙа барыһын да болғатып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамыр өлгөргән арала эслеген эшләйбеҙ. Оло табаға әҙерләгәндә ике килограмм бәрәңге кәрәк буласаҡ, шуны ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Шуға 500-600 грамм ваҡ ҡына итеп туралған ҡабаҡ, ике баш һуған һалабыҙ. Өйрәк итен ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турарға ла була, ит турағыстан үткәрергә лә мөмкин. Барыһын бутап, тоҙ, борос һибеп эслек әҙерләйбеҙ.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн майланған табаға йәйәбеҙ, уға эслекте һалабыҙ һәм бәләкәйерәк ҡамыр менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп ҡуябыҙ. Бәлештең уртаһында бәләкәй генә тишек яһап, уны ҡамыр менән ҡаплап ҡуйырға онотмағыҙ. Был  бәлештең бешкәнме-юҡмы икәнлеген ҡарау өсөн уңайлы.

Яҡынса 180 градуста бер сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Ҡалынлығына ҡарап бешереү  ваҡыты билдәләнә. Сығарғас, саҡ ҡына таҫтамал менән ябып тоторға кәрәк, – тип һөйләне уңған ханым.

Әле ҡабаҡтың иң күп ваҡыты, өйрәктәрегеҙ ҙә өлгөргәндер. Яҡындарығыҙҙы ошондай бәлеш менән һыйлағыҙ әле.

Фото: Флүзә Исмәғилева.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: