Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
6 Ноябрь , 17:00

Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ

Баландан, ҡарағаттан, көртмәленән, сейәнән...

Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ

Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлап алығыҙ. Түбәндә беҙ бик тәмле бәлеш рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уның эслегенә балан, ҡарағат, көртмәле, сейә емештәрен ҡулланырға мөмкин.

Ҡамырҙы төрлөсә эшләргә мөмкин, сүпрә менән дә, сөсө итеп тә. Ҡайһылай эшләһәң дә, ныҡ тәмле килеп сыға.
Сүпрә менән эшләү өсөн кәрәк була:
 Йылы һөт 1 стакан;
 Бер ҡап ҡоро сүпрә;
 1 йомортҡа;
 6 аш ҡалағы шәкәр;
 Бер сынаяҡ көнбағыш майы;
 Ике аш ҡалағы ҡаймаҡ;
 Бер аҙ әсегән һөт;
 Ондо ҡамырҙы баҫҡан ваҡытта самалайһығыҙ инде.

Ҡамырҙы ныҡ ҡаты итмәй генә баҫып, ҡабартырға ултыртабыҙ.

Эслек өсөн кәрәк була:
Ҡаймаҡ 20-30% ҡуйылыҡта, ике йомортҡа, ярты сынаяҡ шәкәр, үҙегеҙ теләгән еләктәр.

Әҙер ҡамырҙы ныҡ ҡалын итмәй генә йәйәбеҙ, 5-10 мин тирәһе ял иттереп торабыҙ. Еләктәрҙе теҙеп сығабыҙ һәм өҫтөнә әҙерләгән эслекте ҡоябыҙ ҙа духовкаға ебәрәбеҙ, 30-40 минутҡа (180 С).

Мейестән алғас, бер аҙ һыуытырға ҡуябыҙ ҙа үҙегеҙ теләгәнсә өлөштәргә бүләбеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: "Уңғанбикәләр" төркөмөнән.

Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Сәйгә тәмлекәс бешереп алайыҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: