Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
17 Ноябрь , 17:10

Ҡатын-ҡыҙға ябай ғына файҙалы битлек

Ул һырҙарҙан арындыра, ҡара төктәрҙе, һытҡыларҙы бөтөрә...

Ҡатын-ҡыҙға ябай ғына файҙалы битлек
Ҡатын-ҡыҙға ябай ғына файҙалы битлек

Блендер ярҙамында иҙелгән дүрт-биш ус һолоны банкаға һалығыҙ. Уға биш таблетка аспирин ҡушып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Дарыуҙарҙы ваҡларға кәрәкмәй – улар үҙҙәре шунда уҡ иҙелеп бөтәсәк.

Әгәр ҙә өйөгөҙҙә бал булһа, ярты сәй ҡалағы ҡушығыҙ, һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ булыр.

Битлекте 15 минут биттә тотҡандан һуң, йыуып төшөрөгөҙ һәм крем һөртөгөҙ. Һөҙөмтәне беренсе ҡулланыуҙан уҡ күрерһегеҙ!

Автор фотоһы.

 
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: