Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
18 Ноябрь , 13:00

Сәйгә – ябай ғына торт

Уны әҙерләү тиҙ ҙә, еңел дә. Ә тәмлелеге һуң... телеңде йоторлоҡ!

Сәйгә –  ябай ғына торт
Сәйгә – ябай ғына торт

Торт өсөн һеҙгә 300 грамм “Балыҡ” печеньеһы, 500 грамм магазин ҡаймағы, 100 грамм шәкәр, өс банан, биҙәү өсөн өс киви кәрәк буласаҡ.

Тәрән һауытҡа бөтә ингредиенттарҙы, шул иҫәптән бананды турап, һалабыҙ ҙа, ҡаймаҡ менән яҡшылап болғайбыҙ. Форма алып, төбөнә целлофан мешок түшәйбеҙ. Таҙартылған кивины түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ ҙа, формаға теҙәбеҙ. Өҫтөнә печенье менән банандың ҡушымтаһын тығыҙ ғына итеп һалғас, мешок менән ҡаплап, өс-дүрт сәғәткә (төнгә булһа, тағы ла яҡшыраҡ) һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.

Әҙер булған тәмлекәстән целлофанды алып, икенсе форманы өҫтөнә түңкәреп, тортты әйләндерәбеҙ. Өҫтөндәге мешокты ла ипләп кенә алғас, тәмле торт менән һыйланабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: