Балаларығыҙ йә ейәндәрегеҙ тәмлекәс һораймы? Тиҙ генә бешерә торған торт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уны һауыт-һабаны бысратмай ғына табала уҡ болғатып бешерергә була.
Торт ҡамыры өсөн:
- 3 аш ҡалағы шыйыҡ май,
- 3 аш ҡалағы шәкәр,
- 3 аш ҡалағы какао,
- 1 йомортҡа,
- 4-5 аш ҡалағы он,
- 5 аш ҡалағы һөт,
- бал ҡалағы осонда сода.
Ошо ингредиенттарҙы табаға һалып болғатабыҙ. Масса уртаса ҡуйылыҡта килеп сыға. Талғын ғына утта ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ. Әйләндерергә кәрәкмәй. Бешкәнен шырпы бөртөгө менән тикшереп ҡарарға була.
Бешеп сыҡҡас өҫтөнә ике аш ҡалағы ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) менән биш аш ҡалағы һөттө туҡып ҡойоп ебәрер кәрәк (пропитка). Иң өҫтөнә 100 грамм ҡара шоколад менән 100 миллилитр һөттән әҙерләнгән глазурь һөртәбеҙ.
Был ингредиент менән бер ҡат әҙерләнә. Теләһәгеҙ бер нисә ҡат итеп әҙерләргә була. Унда инде араһына үҙегеҙҙең яратҡан кремды һыларға мөмкин.
Ҡабаланғанда тиҙ генә әҙерләнә, балалар яратып ашай. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ!