Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
9 Февраль 2025, 13:00

Сәйгә грузин печеньеһын бешереп ҡарайыҡ

Уны беҙгә хужабикә Вәғиҙә Юнысова өйрәтә.

Сәйгә грузин печеньеһын бешереп ҡарайыҡ
Сәйгә грузин печеньеһын бешереп ҡарайыҡ

Өфө ҡалаһында йәшәгән хужабикә Вәғиҙә Юнысова үҙенең аш-һыу бүлмәһендә төрлө халыҡтарҙың милли ризыҡтарын бешереп ҡарарға ярата. Беҙгә лә рецепттары менән уртаҡлашты ул.

Кистәрен еңел генә тәмлекәскә ҡушып сәй эсергә теләһәгеҙ, "Када" исемле грузин печеньеһы һеҙҙең өсөн.

Уны бешереү өсөн:

- 500 грамм ҡатлы ҡамыр (слоеное тесто),

- стакан ярым әстрхән (грек) сәтләүеге,

- 150 грамм шәкәр,

- 3 аш ҡалағы он,

- 100 грамм аҡ май кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү:

Ондо ҡоро табаға һалып һүлпән утта ҡыҙҙырабыҙ. Утты һүндергәс тәүҙә май, артынса шәкәр ҡушып яҡшылап болғайбыҙ. Сәтләүекте лә табала ҡурабыҙ ҙа блендерҙа ваҡлайбыҙ.

Йәйелгән ҡамырға һыуынған майлы-онло массаны һылап, уның өҫтөнә ваҡланған сәтләүек һибеп сығырға. Рулет итеп төрөп бәләкәй өлөштәргә киҫеп бешерергә һалабыҙ. Өҫтөнә туҡылған йомортҡа һылайбыҙ.

180 градуста 15-20 минут бешерергә.

Фото: Вәғиҙә Юнысованың шәхси архивынан.

Автор: Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас