Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
6 Март 2025, 15:00

Ауыҙ асыуға еләкле, ҡаймаҡлы тәмлекәс әҙерләйек

Еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ифтарға бик тәмле ризыҡ буласаҡ!

Ауыҙ асыуға еләкле, ҡаймаҡлы тәмлекәс әҙерләйек
Ауыҙ асыуға еләкле, ҡаймаҡлы тәмлекәс әҙерләйек
Бының өсөн 2-3 сәй ҡалағы желатин, 250 мл ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.
 
Был торт-желеға бер төрлө генә емеш йәки бер нисә төрлөнө бергә һалырға ла мөмкин. Груша, банан, слива, мандарин кеүек эре емештәрҙе турап, ә ҡарағат, баҡса, ер, ҡурай еләген берешәрләп.
 
Бының өсөн желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа! Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин. Әгәр ҙур табынға эшләргә кәрәкһә, ингредиенттарҙы ике-өс тапҡырға артығыраҡ алығыҙ.
 
Аштарығыҙ - тәмле, табынығыҙ йәмле булһын, тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!
 
Автор фотолары.
Ауыҙ асыуға еләкле, ҡаймаҡлы тәмлекәс әҙерләйек
Ауыҙ асыуға еләкле, ҡаймаҡлы тәмлекәс әҙерләйек
Автор: Карима Усманова
Читайте нас