-6 °С
Болотло
Ҡыҙыл шараптан ҡалған таптарҙы араҡыла йәки спиртта мансылған сепрәк менән һөрткәндән һуң, улар юҡҡа сығыр.
Крафт ҡағыҙы майлы таптарҙан арындыра. Ҡағыҙҙы дивандың бысраҡ урынына һалып, өҫтөнән еңелсә генә үтек йөрөтөгөҙ. Ҡайһы берҙә был эште таҙа ҡағыҙ менән бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк булыр.
Сәйҙән ҡалған таптарҙан уксус ярҙам итер. Бының өсөн бер аш ҡалағы уксусты ике стакан һыуҙа болғатығыҙ. Ҡатнашманы тапҡа һөртөп, 10 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ. Һуңынан губка менән һөртөп алығыҙ.
Автор фотоһы.