Ҡамыр өсөн 180 гр (72,5%) майҙы ыуғыстан ыуып 2 стакан он менән ыуырға, яҡынса 1 стакан шәкәр ҡомон ҡушып, 1 йомортҡа, 2 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) һалып яҡшы итеп ҡамырҙы баҫырға. Ҡул менән генә ҡамырҙы йәйеп, бейегерәк итеп "борттар" яһап еләктәр һалырға ла, яҡынса 35 минут самаһы духовкала бешереп алырға!
Бешеп сығыуға һыуынғанын да көтмәйенсә өҫтөнә магазин ҡаймағы менән шәкәр ҡомон болғатып йәйеп сығырға! Һыуынғас киҫергә.
Бешереп ҡарағыҙ, кемдәр бешереп ҡарамаған. Бик тә тәмле килеп сыға!
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"