Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
22 Июль 2025, 01:05

Был ҙур бәлеш нилектән ныҡ тәмле килеп сыға?

Баҡһаң, Бүздәк ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ серҙәре бар икән. Рецепт - яҙмала.

Был ҙур  бәлеш нилектән ныҡ тәмле килеп сыға?
Был ҙур бәлеш нилектән ныҡ тәмле килеп сыға?

Ҙур бәлеш – Бүздәктәрҙең бренды. Унда бәлеште оҫта бешермәгән хужабикә юҡтыр. Район үҙәгендә хатта был ризыҡҡа арнап арт-объект ҡуйылған.

Район нисек бәлеш менән дан ҡаҙанған? Уны бешереү серен уңған хужабикәләрҙең береһе Надежда Дистанова уртаҡлашты.

- Ҡамыр өсөн ингредиенттар: 2,5 стакан он, бер семтем тоҙ, бер стакан ҡаймаҡ, 50 грамм маргарин, бер аш ҡалағы аҡ май, өс ҡалаҡ һыу. Эслек өсөн ингредиенттар: 300-500 грамм һуған, башмаҡ ите (уның эргәһенә өйрәк, ҡаҙ йәки күркә-өйрәктекен ҡушып ебәреү мөһим), сама менән тоҙ, борос, 1500 грамм бәрәңге, 1,5 стакан һурпа (уны бәлеш бешкәндән һуң 40-60 минуттан һалырға кәрәк).

Ҡамыр өсөн ондо иләргә, шуға бер семтем тоҙ һәм йомшарған маргарин, ҡаймаҡ һалырға. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер булғас, шар рәүешенә килтереп, пленка менән ҡаплап, 20-30 минутҡа һыуытҡысҡа һалабыҙ. Эслек өсөн һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Итте лә бысаҡ менән ваҡ киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Һуған, ит, тоҙ, боросто бергә ҡушып бутайбыҙ. Бәрәңгене әрсегәс, ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ һәм эслеккә ҡушабыҙ.

Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытабыҙ. Тәрән форманы аҡ май менән майлап, ҡамырҙы ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүлеп, һәр ҡайһыһын өс-дүрт миллиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ ҡамырҙы матурлап формаға йәйеп һалабыҙ, ҡамыр ситтәре саҡ ҡына форманың ситенән сығып торһон. Эслекте форма эсенә һалабыҙ һәм өҫтөн икенсе ҡамыр менән ҡаплайбыҙ, матурлап йәбештерәбеҙ. Ҡалдыҡ ҡамырҙан уртала тишекте ҡаплау өсөн ҡапҡас эшләп ҡуябыҙ. Бәлеш яҡынса 40 минут бешә. Артабан урталағы ҡамыр ҡапҡасты асып, эсенә бер аҙ һурпа ҡоябыҙ. Бәлештең тышына ирегән аҡ май һылайбыҙ. Мейестәге температураны 150-160 градусҡа тиклем кәметеп, тағы ла 1,5 сәғәт бешерәбеҙ. Ҡунаҡтарға сығарыр алдынан тағы ла һурпа өҫтәргә мөмкин. Тик һурпа кәрәк, ә һыу түгел.

Һәр хужабикә бәлеште үҙенсә бешерә. Минең дә үҙемдең серҙәрем бар. Бәлеш өсөн итте, кистән ваҡ киҫәктәргә киҫеп, самалап тоҙ һибеп һыуытҡысҡа ҡуйырға ғәҙәтләнгәнмен. Был да бәлешкә үҙенсәлекле тәм бирә. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Надежда Дистанова.

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас