Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
30 Июль 2025, 12:20

Ҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек

Тиҙ эшләнә, бик тәмле килеп сыға. Ябай ғына рецепт - сайтта. 

Ҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек
Ҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек

Ҡабаҡтан торт бешереү өсөн кәрәк:

ике ташҡабаҡ

дүрт йомортҡа

бер стакан он

дүрт помидор

ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ

өс-дүрт  аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки майонез

тәменә ҡарап тоҙ һәм борос.

Әҙерләү:

Торт бешереү өсөн ҡабаҡты эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, аҙаҡ бер аҙ һутын һығып алабыҙ. Уға йомортҡа, он, тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ, ҡатнашма ҡуйы ҡоймаҡ ҡамыры һымаҡ килеп сығырға тейеш. Табаны ҡыҙҙырып майлағас, ҙур ҡоймаҡтар һымаҡ итеп бешерәбеҙ. Торт эшләгәндә араларына һыларға майонезға ваҡланған һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, биҙәр өсөн киҫелгән помидор ҡулланабыҙ. Бик тәмле килеп сыға, аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: Рүзилә Ниғмәтуллинаның сәхифәһенән. 

Ҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек
Ҡабаҡ мул саҡта унан торт бешерәйек
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас