Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
9 Август 2025, 11:00

Бәхет гөлөң сәскә атһын тиһәң...

1 литрға 10 ҡалаҡ һәм бәхет гөлөгөҙ "аҡ елкәндәр" күтәрер, япраҡтары ҙурайыр. Ябай һәм ҡеүәтле ашлама тәҡдим итәбеҙ.

Бәхет гөлөң сәскә атһын тиһәң...
Бәхет гөлөң сәскә атһын тиһәң...

Уны ҡулланғандан һуң спатифиллум сәскәгә төрөнөр. Халыҡ телендә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете" тип тә йөрөтөлгән был гөлдө туҡландырыу өсөн төнәтмә рәүешендәге сәй япрағы ҡулланыла.

Бының өсөн 10 аш ҡалағы эре япраҡлы сәйгә 1 литр йылы һыу ҡойоп, 3-5 сәғәт төнәтергә. Һөҙөмтәлә барлыҡҡа килгән төнәтмәне һөҙөп, 1:1 нисбәтендә һыуыҡ һыу менән һыуытып алабыҙ һәм спатифиллумдың тамырына һибәбеҙ. Сәй файҙалы микроэлементтарға, шул иҫәптән калийға бай, ул гөлгә сәскә ата башларға булышлыҡ итә. Сәй һыуынан һуң спатифиллум йәнләнә: япраҡтары һығылмалы, зөбәржәт төҫкә инә, сәскә бөрөләре күренә башлай.

Бынан тыш, "ҡатын-ҡыҙ бәхете" янтарь кислотаһын ярата. 1 таблетканы 1 литр һыуға һалып, килеп сыҡҡан иретмәне ҡойоу ҙә етә: гөлөгөҙ һеҙҙе сәскәләре менән ҡыуандырыр.

Бәхет гөлөң сәскә атһын тиһәң...
Бәхет гөлөң сәскә атһын тиһәң...
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас