Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
14 Сентябрь 2025, 02:00

Тәмле япон ашын үҙебеҙ ҙә әҙерләй алабыҙ

Азиат кухняһындағы был үҙенсәлекле аштың рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Тәмле япон ашын үҙебеҙ ҙә әҙерләй алабыҙ
Тәмле япон ашын үҙебеҙ ҙә әҙерләй алабыҙ

Бер стакан дөгө (200 грамлы стакан), 300 грамм диңгеҙ ризыҡтары (креветка, мидия, кальмар һәм башҡалар), 200 миллилитр һөт өҫтө (15%), ике аш ҡалағы том-ям пастаһы (интернет кибеттәрҙә бар), 150 грамм черри помидоры, 200 грамм шампиньон, бер баш һуған, бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ, бер ус петрушка, өс литр һыу, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы.

Эш барышы:

Ҡайнап торған тоҙло һыуға һалып, дөгөнө йомшарғансы бүрттерәбеҙ. Шунан һөҙөп, ҡайнар һыу менән сайҡатабыҙ.

Һуғанды - ваҡ шаҡмаҡлап, помидор һәм шампиньонды түңәрәкләп турайбыҙ. Тәүҙә һуғанды ҡыҙҙырабыҙ, шунан шапминьон ҡушып, ҡыҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 

Артабан ваҡ ыуғыстан ыуған һарымһаҡ һәм помидор өҫтәйбеҙ, том-ям пастаһы һалабыҙ. Ул бик боросло. Әсе ризыҡтар яратмаһағыҙ, уны әҙерәк ҡушығыҙ. 

Ҡыҙған йәшелсәләр өҫтөнә әле генә ҡайнап сыҡҡан һыу ағыҙабыҙ. Тәменсә тоҙ өҫтөйбеҙ.

Ҡайнап сыҡҡандан һуң таҙартылған һәм туралған диңгеҙ ризыҡтары өҫтәйбеҙ. Креветка, мидия һәм кальмар яратмаһағыҙ, ҡыҙыл балыҡ менән дә бешерергә мөмкин.

4-5 минут ҡайнағандан һуң, һөт өҫтө ҡушабыҙ.

Иң аҙаҡтан туралған петрушка һалып, ашты һүндерәбеҙ. Табынға биргәндә янына дөгө ҡуябыҙ. Ашҡа уны һәр кем үҙенә кәрәгенсә генә ҡуша.

Фото "Сөйөмбикә" журналы сайтынан алынды.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас