Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
19 Ғинуар , 00:20

Гөлнур Мостафинанан кетерләп кенә торған өлөш рецебы

Яҡындарығыҙҙы тәмлекәстәр бешереп ҡыуандырығыҙ. Бына тағы бер рецепт: 

Гөлнур Мостафинанан кетерләп кенә торған өлөш рецебы
Гөлнур Мостафинанан кетерләп кенә торған өлөш рецебы

Кәрәк була:
ҡаймаҡ - 180 гр
сода - 0,5 сәй ҡалағы
йомортҡа - 1
аҡ май - 100 гр
тоҙ - 1 сәй ҡалағы
он - 400 гр

Эслек әҙерләйбеҙ:
тауыҡ ите - 400 гр
картуф - 300 гр
һуған - 3
тоҙ - 2 сәй ҡалағы
борос - 1 сәй ҡалағы

Ҡаймаҡҡа сода, йомортҡа, аҡ май, тоҙ, он һалып ҡамыр баҫабыҙ, ҡамырҙы 15 минут тирәһе ял иттерәбеҙ.

Ҡамыр ял иткән арала эслек яһайбыҙ:
Картуфты әрсеп, турап, тауыҡ итен турап, һуған, тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ, ҡамырҙан йәтеш кенә өлөштәр яһайбыҙ.

180 градус эҫелектәге духовкала 40 минуттан ашыу ваҡыт бешерәбеҙ.

Өлөштө өҫтәлгә һурпа менән бирәбеҙ. Һурпаға йәшел тәмлекәстәр өҫтәйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: Гөлнур Мостафина.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Карима Усманова
Читайте нас