Бөтә яңылыҡтар
ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
1 Февраль , 02:00

Тәмле былау бешереү серҙәре

Былау - күптәрҙең яратҡан ризығы. Ул тәмле килеп сыҡһын өсөн ниндәй серҙәрҙе белергә кәрәк?

Тәмле былау бешереү серҙәре
Тәмле былау бешереү серҙәре

1.Былау өсөн иң яҡшыһы – һарыҡ ите. Уны һыйыр, тауыҡ, күркә итенән дә бешерергә була. Ләкин һарыҡ итенә барыбер етмәй. ‎2.Итте ҙур итеп шаҡмалап турарға кәрәк. Ит кисәге ҙурыраҡ булған һайын һыуһыл була. ‎3.Былау бешергәндә, һуғанды ла, кишерҙе лә, майҙы ла ҡыҙғанмағыҙ. ‎4.Бер килограмм дөгөгә 200-250 миллилитр тирәһе май кәрәк. ‎5.Былауға тигән дөгөнең крахмаллылығы түбән булыуы – төп шарттарҙың береһе. Юғиһә, ул бутҡа кеүек буласаҡ. ‎6.Кибеттән "былау өсөн" тигән дөгө һайлап алығыҙ. “Басмати”, “Жасмин”, “Девзира” сорттары айырыуса уңышлы. ‎7.Былау өсөн, кишерҙе ыуғыстан ыуыуға ҡарағанда, оҙонса һаламлап турау яҡшыраҡ. ‎8.Тәмләткестәрҙән зира, һарымһаҡ, кипкән барбарис, паприка ҡулланығыҙ. Шафран пылауға саргылт төҫ, үҙенсәлекле тәм бирә. ‎9.Әлеге ризыҡҡа йөҙөм, айва, өрөк тә һалырға мөмкин. ‎10.Суйын ҡаҙанда былау тәмлерәк бешә. ‎Бешергәндә тәүҙә итте алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙарығыҙ, һуңынан һуған һәм кишер өҫтәгеҙ. Шунан һуң дөгө һәм һыу өҫтәгеҙ, тик бутарға ярамай, юғиһә структураһы боҙола. ‎11. Һыу ҡайнағандан һуң, утты минималь кимәлгә кәметегеҙ һәм 20-30 минут тирәһе бешерегеҙ. ‎12.Бешеп сыҡҡас, әҙер ризыҡты 10-15 минут тирәһе "ял иттерегеҙ". ‎

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас