Гөлдәрем һәр саҡ шау сәскә ата. Бының өсөн үҙем ашлама әҙерләйем. Ә улар өсөн кәрәкле нәмәләр һәр өйҙә бар.
* Бер литр һыуға 20 миллилитр водород әсетмәһе ҡойоп болғатабыҙ. Гөлдөң төбөн йомшартабыҙ һәм ошо ашламаны ҡоябыҙ. Ул көсһөҙләнеп, үҫә алмай ултырған гөлдәрҙе лә тергеҙеп ебәрә. Бер нисә көндән теремекләнеп китерҙәр.
* 0,5 литр һыуға бер аш ҡалағы шәкәр һалып болғатабыҙ. Бындай ашламаны һәр гөл ярата.
* Бер литр һыуға бер балғалаҡ шәкәр һалып болғатабыҙ. Фикустар айына бер тапҡыр ошондай туҡландырыуҙы ярата.
* Бер балғалаҡ кастор майын бер литр һыуға ҡоябыҙ. Һөҙөмтәлә гөл матур итеп сәскә ата, тиҙ үҫә һәм ауырымай.
* Бер литр һыуға 10-15 грамм ағас көлө һалабыҙ. Был ашламаны айына бер тапҡыр ҡулланабыҙ.
* Әфлисун, лимон һәм башҡа цитрус ҡабыҡтарын ташламағыҙ. Уларҙың өҫтөнә йылы һыу ҡойоп ултыртығыҙ. Уны гөлдәргә һибегеҙ.
* Ике айға бер аспиринды иҙеп, йылы һыу менән болғатып гөлдәргә ҡойоғоҙ. Бындай һыуҙан япраҡтары йәшелләнә, улар тиҙ үҫә, гөл ауырыуҙарға бирешмәй.
* Бер балғалаҡ алоэ һутын 1,5 литр һыуға һалып болғатабыҙ. Үҫеш стимуляторы кеүек эшләй.
* Бер литр һыуға бер балғалаҡ һөт ҡоябыҙ. Гөлдәргә һибергә йәки япраҡтарға һөртөргә мөмкин (1:10).
* Фикус япраҡтарын һөт менән һөртөп алһаң, ул матурайып китер.
* Минераль һыу хатта ҡороп барған гөлдө лә терелтә.
* Бер ампула В12 витаминын бер литр һыуға һалып болғатабыҙ. Бындай ашламаны миләүшәләргә айына ике тапҡыр ҡоябыҙ. Улар һәр саҡ сәскә атып ҡыуандырыр.
Автор - Гүзәл Иҫәнгилдина.
Фотолар - авторҙан.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...