Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
9 Апрель 2019, 19:30

Ҡораҡлымы, Ҡураҡлымы?

Күрше өлкәлә, атап әйткәндә, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ райо­нында Ҡораҡлы-Маян һәм Маян күлдәре бар.

Күрше өлкәлә, атап әйткәндә, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ райо­нында Ҡораҡлы-Маян һәм Маян күлдәре бар.
Билдәле булыуынса, Ҡораҡлы-Маян менән Маян күле 1743 йылдағы Иҫәт провинцияһы ландкартаһы буйынса бер һыу ятҡылығы хасил иткән булған. Тимәк, күл шул ваҡыттан һуң күпмелер үткәс, ныҡ һайығып, башлыса XIX быуатта ғына икегә бүленгән булғандыр. Шул ваҡыт­тарҙа килеп сыҡҡан да яңы Ҡораҡлы-Маян атамаһы.
“Күл исеме ҡәрҙәш монгол һәм бүрәт телдәрендәге “баян” — “бай үҙән” топонимы менән ауаздаш, үләне мул һәм яҡшы һыу сығанағы булғанын аңлата”, – тип яҙа Николай Шувалов үҙенең “От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь” тигән һүҙлегендә. Был монгол­дарҙың башҡорт халҡы соста­вындағы төрки ҡәбилә­ләр­гә йоғонтоһо менән аңлатыла, тип яҙған ул. Маянһылыу йәки Баянһылыу — башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының шул исемдәге эпос геройы. Уның фекеренсә, башҡорт телендә ҡораҡлы — “ҡор” һәм “аҡ”, -лы һүҙ яһаусы аффикс ҡушыу юлы менән яһалған.
Ҡыҫҡаса биографик белешмә: Николай Иванович Шувалов – Силәбе өлкәһенең хәҙерге Сосновка (элек – Заварухино) ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тыуған яҡты өйрәнеүгә ғүмерен бағыш­лаған географ, топонимдар белгесе. 1982 йылда тәүге тапҡыр тыуған яғының топонимдар һүҙлеген сығарған. 1989 йылда икенсе баҫмаһы донъя күрә. Өсөнсө, яңынан эшкәртелгән һәм йәнә бер мең географик атама өҫтәлгән баҫмаһы “От Парижа до Берлина по Челябинской области” тигән исем менән ике томлыҡ булып нәшерләнә. Уны был өлкәлә сыҡҡан шундай әһәмиәткә эйә берҙән-бер баҫма тип билдәләй белгестәр.
Шувалов ғалимыбыҙҙың яҙыусы Рәшит Шәкүрҙең хеҙмәттәрен өйрәнеүе һәм ҡулланыуы ла тойола.
Шул уҡ ваҡытта өлкәләге атамалар менән ҡыҙыҡһынған һәм мәғлүмәт баҫтырып сығарған башҡа авторҙар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Владимир Поздеев (1936 – 2011).
Ҡыҫҡаса биографик белешмә: Владимир Васильевич Поздеев Силәбе ҡалаһында тыуған. Бик ҙур топонимик картотека төҙөгән. 13 меңдән ашыу топонимды ул һинд-европа һәм боронғо төрки шәрехләүҙәр (аңлатмалар) менән бирә. Минең ҡарамаҡҡа, ул башҡорт сығышлы атамаларҙы йыш ҡына иран сығышлы йәки башҡа тел итеп күрһәтә һәм башҡорт варианттарын телгә лә алмаған осраҡтар бар.
Бына шул автор Ҡораҡлы-Маян күленең атамаһын икенсе төрлө аңлата. XVIII быуатта күл эргәһендә һуңғараҡ Учалы районына күсенгән сыуаштар һәм типтәрҙәр йәшәгән тип яҙа “Силәбе өлкәһе энциклопедияһы” сайты, уның эҙләнеүҙәренә таянып. Сыуаштар күлдең бүленгән үләнлерәк яғын “куракла”, йәғни “үләнле” тип атай башлаған. Был урындарҙан улар 1747 йылда Учалы районына күсенгән тип хәбәр итә энциклопедия, В. Поздеевтың эҙләнеүҙәренә таянып (тимәк, бер күл тип теркәлгән ваҡыттан дүрт йыл ғына үткән булған).
Хәйер, күлде төшөрөп алғандан һуң карта сыҡҡансы байтаҡ ваҡыт үткән булыуы ихтимал. Поздеевтың фекере лә иғтибарға лайыҡ, сөнки топоним ярайһы “йәш”.
Шул уҡ ваҡытта, минең феке­ремсә, күл тирәләй ҡурайлы ҡамыш (тростник) үҫеүе уның атамаһында сағылыуы ихтимал.
“Ҡор” һәм “аҡ” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тигән фекергә ихтирам менән ҡарайым, әммә мәғлүмәт биргән кеше хаталанған булыуы ла ихтимал, сөнки ҡор күҙ уңында тотолһа, ни өсөн күл Аҡҡорло-Маян тип аталмаған икән?
Белгестәр фекерен ишетке килә.
Читайте нас: