Билдәле эколог, йәмәғәт эшмәкәре, В.И. Муравленко исемендәге Төмән өлкә йәмәғәт фонды вице-президенты Миҙхәт Хәсәновты беҙҙә лә яҡшы беләләр. Үткән быуаттың 70-се йылдарында Көнбайыш-Себер нефть-газ комплексын үҙләштереү осоронда комсомол путевкаһы менән Төмәнгә килеп эләккән ябай ауыл егетенең яҙмышы бик фәһемле.
Иретеп йәбештереүсенән “Радужный” ҡалаһында “Стройкомплекс” йәмғиәтенең генераль директорына тиклем ҡыҙыҡлы ла, һоҡланғыс та хеҙмәт юлы үткән яҡташыбыҙ “Ханты-Манси автономиялы округының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе” исемдәренә лайыҡ була.
Әле Миҙхәт Рауил улы тәбиғәтте һаҡлау, ағас ултыртыу, һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеү кеүек эштәр менән шөғөлләнә, Себерҙән Башҡортостанға кедрҙар алып ҡайтып, үҫтерергә теләгәндәргә орлоҡ һәм үҫентеләр тарата, һыу ятҡылыҡтарына балыҡ ебәрә, быуа һәм ҡоҙоҡтарҙы таҙарта.
Былтыр Миҙхәт Хәсәнов фекерҙәштәре менән республикала 1100 кедр ултыртты. Ауырғазы районындағы 11 һыу ятҡылығын тергеҙҙе. Быйыл да экологик акциялар дауам итәсәк, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә кедрҙар ултыртыу планлаштырыла, был мөһим эшкә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителәсәк.