Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылы халҡы көпә-көндөҙ урамда ҡыр сусҡаларын күреп хайран ҡала. Ҡурҡмайҙар ҙа бит әле, иркенләп йөрөйҙәр.
Көнсығыш биҫтәһенең Туғай урамында йәшәгән кешеләр, ҡыр хайуандарын күреп, өйҙән дә сығырға ҡурҡып ултыра. Әммә сусҡалар иртәгәһенә лә китмәгәс, йорт янында ятҡас, шикләнә башлайҙар. Өҫтәүенә, улар ныҡ һимеҙ ҙә күренә.
Ысынлап та, ҡыр сусҡалары тигәндәре вьетнам төр йорт сусҡалары булып сыға. Улар, ғәҙәттә, ҡара төҫтә була икән.