Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Июнь 2019, 16:52

Шырпыңды өйҙә онотоп кит

Быйыл апрель башынан республика урмандарында 30-ҙан ашыу янғын теркәлгән. Барыһы 100-ҙән ашыу гектар “йәшел ҡалҡан” янған.

Быйыл апрель башынан республика урмандарында 30-ҙан ашыу янғын теркәлгән. Барыһы 100-ҙән ашыу гектар “йәшел ҡалҡан” янған.


Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу ниндәй генә фажиғәләргә килтермәй! Йорт-ҡура, биналар ғына түгел, хатта тотош урмандар юҡҡа сыға.
Улар менән бергә ундағы ағас-ҡыуаҡтар, йәнлек-бөжәктәр һәләк була. Ә иҡтисадҡа килтерелгән зыян тураһында әйтеп тораһы ла түгел.


Йәй башланыу менән халыҡ тәбиғәткә ял итергә ашыға: күпләп балыҡ тоталар, һунарға сығалар һәм ял итәләр. Өҫтәүенә усаҡ яғалар, тәмәке көйрәтәләр һәм ут менән һаҡ булыуҙы бөтөнләй хәтерҙән сығаралар. Һөҙөмтәлә “ҡыҙыл әтәс” тәбиғәткә әллә күпме зыян килтерә, хатта кешеләрҙең ғүмерен ҡыя. Шуға тәбиғәттең барыбыҙҙың да яҡлауына мохтаж икәнлеген хәтерҙән сығармайыҡ.


Фото: ru.gde-fon.com