Йәйҙең иң матур мәле. Һәр кем тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Ә унда талпандар һағалай!
Бер аҙнала республикала 8298 кеше талпан тешләүенә зарланып, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүселәр һаны 291 кешегә артҡан. Былтыр ошо уҡ осорҙа 8339 кеше талпан менән “осрашҡан”.
Барыһы 4 мең гектарға яҡын майҙан ергә акарицид эшкәртеү үткәрелгән. Өфөлә был һан – 1356,9 гектар.