Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Август 2019, 13:00

Ҡарбуз ҙурлыҡ бәшмәктәр ҡайҙа үҫә?

Һеҙ быйыл һунар иттегеҙме әле? Тыныс һунар, бәшмәктәр йыйыу тураһында һүҙебеҙ.

Һеҙ быйыл һунар иттегеҙме әле? Тыныс һунар, бәшмәктәр йыйыу тураһында һүҙебеҙ.


Өфөлә йәшәгән ҡатын баш ҡала урманында ҡарбуз ҙурлыҡ биш бәшмәк тапҡан. Урыны – “Мега” сауҙа үҙәге янындағы аҡланда икән. Ҙур һаңғырау бәшмәктәр (дождевики) һуҡмаҡ янында ғына үҫеп ултырған.


Был фотолар интернетта баҫылып сығыу менән төрлө фекерҙәр яуа башланы. Берәүҙәре ул тиклем ҙур бәшмәктәрҙең мутант булыуы ихтимал тиһә, икенселәр һаңғырау бәшмәктең шулай ҙур булып үҫеүен норма тип һанай.


Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Үҙегеҙ быйыл йыйған бәшмәк фотолары менән уртаҡлашһағыҙ ҙа була. Ҡарайыҡ әле, кемдең табышы мулыраҡ?


Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Читайте нас