Белорет районы халҡының көнкүреше урмандан айырылғыһыҙ.
Абҙаҡ ауылында нәҫелдәре менән ғүмерҙәрен урман тормошона арнаған ғаиләләр бар, әммә улар араһында Фазыловтарға етеүсе юҡтыр. Әле лә урмансылар династияһының быуын сылбырын һаҡлап, эшҡыуар Марсель ата-бабаларының эшен дауам итә.
Әйткәндәй, уның атаһы Мансур Ғәләүетдин улы, ғүмер буйы Абҙаҡ урмансылығында эшләп, Мәскәүҙә урмансылар съезында делегат булып ҡатнаша, тәбиғәт байлығын арттырыуҙа һәм һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй урман хужалығы федераль агентлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. “Урман рыцары” исеменә лә лайыҡ булған хөрмәтле ветеран. Мансур ағайҙың тормош иптәше Рәйсә Бәҙретдин ҡыҙы ла, урмансылыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған олатаһы Ғәләүетдин дә урмансы. Шулай уҡ Ғәләүетдиндең атаһы – Тимерхан Камалиевты ауылдың оло быуын кешеләре урман өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, намыҫлы, талапсан кеше тип хәтерләй. Шуға ла Марсель Мансур улына урман эше менән булышырға Хоҙай үҙе ҡушҡан.
Үҙен белгәндән малай атаһы менән урмандан сыҡмай, ағас ултыртыу кеүек төрлө эштәрҙә ярҙамлашып үҫә. Өфөлә башҡорт иҡтисад лицейын уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Белорет урмансылығында башлай.
Урман эштәрен алып барыусы, урман инспекторы булып бер аҙ тәжрибә туплағас, ул 2008 йылда хаҡлы ялға киткән атаһын алмаштыра.− Абҙаҡ участка урмансылығына лесничий итеп ҡуялар. 2013 йылда Белорет урман хужалығына директор итеп тәғәйенләнә. Тик үҙенсә эшләргә теләгән, тырыш, бөтмөр, маҡсатлы егет, 2016 йылда директорлыҡ вазифаһын ҡалдырып, шәхси предприятиеһын аса. Уның был шөғөлө лә урмандан айырылғыһыҙ. Әле ул өс гектар майҙанды биләгән питомникта ағас үҫентеләрен тәрбиәләп үҫтерә, орлоҡтар әҙерләй.
Әлбиттә, был эштең ни тиклем мәшәҡәтле булыуын урман эсенә инмәгән кеше генә аңламай. Марселдең кәсебе йыл дауамында туҡтауһыҙ тир түгеүҙе талап итә. Ҡыш буйы тубырсыҡ йыя, орлоҡтарҙы өйөндә махсус ҡорамалда киптерә. Ҡыш сәсеүгә әҙерләнеп, ер ҡарҙан әрселеү менән, ағас үҫентеләрен диләнкәләргә сығара.
–− Ағас үҫтереүҙең мәшәҡәте күп, технологияһын, нескәлектәрен белергә кәрәк, −– ти ул.
Бер миҙгелдә питомнигында ике миллион төп ағас үҫентеһен әҙерләп, һатыуға сығара. Уларҙы Силәбе, Златоуст тарафтарынан килеп алалар, урындағы ҡуртымсылар ҙа уның менән хеҙмәттәшлек итә.
–− Эшем оҡшай, шуға ла яратҡан шөғөлөм менән булышам, тип ышаныслы әйтә алам. Үҙебеҙҙең диләнкәләргә сәсәбеҙ. Быйыл Абҙаҡ участка урмансылығында 40 гектарға йәш ағас үҫентеһе ултырттыҡ. Урманды тергеҙеүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайым, шуға ла үҫентеләрем сифатлы булһын, бирешмәйенсә нығынып китһен өсөн ваҡытымды ла, үҙемде лә йәлләмәйем, −– ти уңған хужа.
Марселдең эшен яратып башҡарғанын питомникка барып инеү менән аңлайһың. Унда тәртип, бер сүп тә күрмәҫһең, йәш үҫентеләр күҙҙең яуын алып ултыра.
Республиканың урман тармағында инде оҙаҡ йылдар эшләп, үҙен тәжрибәле етәксе, ойоштороусы итеп күрһәткән хеҙмәткәрҙәр бар. Улар иҫәбенә Тирлән урмансылығы етәксеһе Наил Әхмәтшинды индерергә мөмкин.
– Минең өсөн урман күптән инде йәшәү рәүешенә әйләнгән. Киләсәк быуынға етһен өсөн уны ваҡытында тергеҙеп барыу мөһим. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш башлағас та, урманды тергеҙеүҙең мөһим сара булыуын аңлап, төбәктә ағас ултыртыу мәсьәләһенә ныҡлап тотондо, беҙ ҙә ыңғай мөнәсәбәтте, ярҙамды тоябыҙ. Милли проекттар тормошҡа ашырыла, бындай иғтибарҙы урмансыларҙың күптән күргәне юҡ ине, – ти Наил Үзбәк улы.
Тирлән урмансылығының майҙаны 128 322 гектар ерҙе тәшкил итә. Был урмандың күпселек өлөшөн “Өфө фанера комбинаты” (24 797, 4 гектар) һәм “Селена” (32352 гектар) йәмғиәттәре ҡуртымға алған. Ҡырҡыу өсөн иҫәпләнгән диләнкәләрҙең 57149 гектары 179 мең кубометр ағас әҙерләү маҡсатында ҡуртымға тапшырылған. Урман фондының 31279,8 гектарын рекреация эшмәкәрлеге өсөн ҡуртымға алғандар, ә 31272 гектар “Ирәмәл” тәбиғәт паркына ҡарай.
Быйыл тәүге алты айҙа ҡуртымсылар тарафынан 61 мең кубометр ағас ҡырҡылған, йәғни ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкәләрҙең 34 проценты үҙләштерелгән.
– Өлгөргән һәм ҡартайған урман үҫентеләренең төп өлөшө ҡуртымсылар ҡулында булғас, халыҡты төҙөлөш ағасы менән тәьмин итеү ауыр, – ти етәксе.
Тирлән урмансылығы йәшел ҡалҡанды тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бирә. Яҙғы ағас ултыртыу мәлендә уның биләмәһенә ҡараған 300 гектар майҙанда йәш үҫентеләр сәскәндәр, шул иҫәптән 287 гектары – ҡуртымсыларҙың өлөшө.
Наил Үзбәк улының эш тәжрибәһе, әлбиттә, еңел булмаған хеҙмәтен үтәүҙә ярҙам итә. Уның ағас эшкәртеү цехы мастеры, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы, Белорет урмансылығының баш иҡтисадсыһы, Белорет ауыл хужалығы урмансылығына кадрҙар бүлеге инженеры, Белорет урмансылығында юрист-консультант, министрлыҡтың Урман контроле хеҙмәтенең Белореттағы бүлек начальнигы кеүек вазифаларҙа эшләүе бөгөнгө бурысын атҡарыуҙа ярҙам итә.
Урман мәнфәғәтен яҡлап, ябай кешеләр менән генә түгел, ҙур етәкселәр менән дә тартҡылашып алырға тура килә. Ошондай мәлдәрҙә ул ҡаушап ҡалмай, һәр саҡ үҙ ҡарашын белдереп, дөйөм мәнфәғәттә хеҙмәт итә.
Ҡырҡыу ғына түгел, сәсергә лә кәрәк
Тирлән ауылында йәшәгән эшҡыуарҙар Елена менән Александр Разумовтар, илдә көрсөк башланғас, урмансылыҡ менән шөғөлләнеүгә тотона. Ғаилә башлығы – һөнәре буйынса водитель, 1986 йылда Белорет металлургия комбинатына эшкә килә. Предприятиеның Тирләндәге бүлексәләре ябылғас, ул да эшһеҙ тороп ҡала.
Шунлыҡтан, ғаиләне ҡарау өсөн, 2001 йылда утын әҙерләп, халыҡҡа һата башлай. “ЗиЛ-157” машинаһында хеҙмәт күрһәтеп, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, “КамАЗ”, трактор кеүек урманда эшләй торған техника алалар. 2011 йылда элекке пилорама биләмәһен 49 йылға ҡуртымға рәсмиләштереп, ағас эшкәртеүгә тотоналар. Хәҙер инде Тирлән урман хужалығы, “Селена”, “Башлеспром” йәмғиәттәре менән килешеү төҙөп, ағас сәсеү, ҡырҡыу, эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнәләр.
– Әле хужалығыбыҙҙа өс кеше мәшғүл. Тағы ла өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу мөмкинлегебеҙ бар, әммә халыҡтың эшләгеһе килмәй. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы башҡарылған эш күләменән сығып иҫәпләнә, әгәр кешенең теләге булһа, яҡшы аҡса алыу мөмкинлеге бар, – ти хужалыҡ етәксеһе Елена Александровна.
Разумовтар Тирлән урмансылығы биләмәһендә ағас ултыртыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәре ер әҙерләй, ситтән кешеләрҙе яллай. “Селена” йәмғиәте иһә, килешеүгә ярашлы, үҫентеләр менән тәьмин итә. Мәҫәлән, улар 2017 йылда – 70, 2018 йылда – 25, быйыл 24 гектар майҙанға ағас сәскән.
“Бында йәшәйбеҙ, шуға күрә лә урманды ҡырҡырға ғына түгел, ә тергеҙергә лә бурыслыбыҙ. Ошо маҡсатта ағас ултыртыуға айырыуса иғтибар итәбеҙ. Теләк шул: төбәктәге “йәшел ҡалҡан” республикаға файҙа килтерһен, ул саҡта беҙгә лә яҡшы буласаҡ”, – ти Александр Геннадьевич.
Бынан тыш, улар Черный Ключ ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған. Ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн 1,5 миллион һумлыҡ грант алғандар. Әле башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетә башлағандар. Николаевка ауылы биләмәһе хакимиәте лә фермерҙарға ярҙам итеп тора, эшҡыуарға иһә бесәнлек өсөн ер биргәндәр. Разумовтар үҙҙәре лә дәүләттән ярҙам көтөп кенә ултырмай, урындағы социаль программаларҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам итә.
Гүзәл затмын тип тормаған
Урман эше ир-егеттәр шөғөлө тип иҫәпләнһә лә, унда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тос өлөш индерә. Тирләндә йәшәгән Анна Ежикова – һөнәре буйынса геолог, әммә эшһеҙ ҡалғас, үҙен ошо тармаҡҡа бағышлай.
Ул сығышы менән Брянск өлкәһенән. 1995 йылда университет тамамлаған йәш белгесте “Башгеология” йәмғиәтенә эшкә ебәрәләр. Тик бер нисә йылдан предприятие ябыла, ҡатын эшһеҙ ҡала.
2008 йылда шәхси предприятиеһын асып, ире Алексей Балбеков менән бергә эшләйҙәр. Ағас әҙерләү буйынса бригадалары бар. “Селена” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеп, был предприятиеның диләнкәләрен эшкәртәләр һәм аҙаҡ ағас ултырталар. Һуңғы дүрт йылда улар 150 гектарға яҡын урманды тергеҙгән. “Анна Ежикованың хужалығы ултыртҡан үҫентеләр яҡшы үҫеп китә, 100 процент самаһы тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Эштәренә яуаплы ҡарайҙар”, – тип уларҙы урмансылар ҙа маҡтап тора.
Шулай уҡ эшҡыуар минераль һыҙаттар һөрөү, ял итеү урындарын төҙөкләндереү, урманға сыйырсыҡ оялары ҡуйыу кеүек “йәшел ҡалҡан” тормошона бәйле бихисап бурысты уңышлы атҡара.
– Әле “Селена” Тирләндә төп эш биргән предприятие булып тора, шулай уҡ беҙҙең кеүек бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары ла уның менән хеҙмәттәшлек итеп көн күрә, – ти Анна Николаевна.
Бынан тыш, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба уңған ғаилә. Быйыл 20 күс тотҡандар. “Умарталарҙы күсереп йөрөтмәнек, шуға ла үҙебеҙ, туғандарыбыҙ өсөн генә бал йыйҙыҡ. Артып ҡалһа ғына һатырбыҙ”, – ти хужабикә.
Анна Николаевна геолог булараҡ та тәбиғәткә ғашиҡ кеше. Ҡыҙы экологка уҡып йөрөй, улы урман технологиялары йүнәлешендә белем ала. Улар балаларында ла тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй алғандарына һөйөнә. Тимәк, үҙҙәренә алмаш үҫә.
Тирләнгә туристарҙы йәлеп итергә йыйына
Токарь һөнәренә уҡығас, Дмитрий Нагорнов бәхет эҙләп Магнитогорск ҡалаһына сығып китә. Дүрт йыл сит тарафтарҙа йәшәгәндән һуң кире тыуған еренә ҡайтып, Тирләндә төпләнә.
– Ҡалала йортто ҡуртымға алып йәшәү бик ҡиммәткә төшә, ҡапылда ғына һатып алып та булмай, шуға күрә лә кире ҡайттым, – ти Дмитрий Александрович.
Тәүҙә шәхси эшҡыуарға водитель, ағас ҡырҡыусы булып яллана. Шулай уҡ “Белорет урманы” предприятиеһында эшләргә насип итә. Шул ваҡытта ул өс йыл рәттән “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы” республика конкурсында ҡатнашып, 2015 йылда өсөнсө урынды яулауға өлгәшә.
Маҡсатлы егет аҡса йыйып, кредит алып, тракторлы була. “Селена”, “Башлеспром” предприятиелары менән килешеү төҙөп, үҙе лә ағас әҙерләү эшенә тотона. Әле уның шәхси предприятиеһында өс кеше үҙенә шөғөл тапҡан. “Тағы ла өҫтәп кешеләр алыу мөмкинлегем бар”, – ти ул.
– Бер мәл Тирләндә африкандарҙың йөрөп ятҡанын күрҙем дә, ниңә ошондай кешеләр өсөн турист базаһы төҙөмәҫкә, тигән уй тыуҙы. Ошо маҡсатта Тирлән урмансылығы биләмәһендә 1,2 гектар ерҙе ҡуртымға алдым. Унда йорттар төҙөп, атлы һәм йәйәүлеләр маршрутын булдырырға ине. Йылҡы үрсетер өсөн Тирлән ауыл биләмәһенән 13 гектар ер алдым, – тип киләсәктә ошо йүнәлеште үҫтереү пландары менән уртаҡлашты ул.
Дмитрий Александрович урманды тергеҙеү эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр – 60, быйыл 15 гектар майҙанға ағас үҫентеләре ултыртҡан.
– Беҙҙең урмандарҙы ҡуртымға алған предприятиелар эш бирә. Улар арҡаһында беҙ йәшәйбеҙ, – тине ул.
Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән
– Һигеҙ йыл колхозда эшләнем, хужалыҡ тарҡалғас, “Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорау тыуҙы. Бик ауыр йылдар булды. Йорт һала башланым, балаларҙы үҫтерергә кәрәк, ә аҡса юҡ. Ул саҡта, бөгөнгө кеүек, кредит та бирмәйҙәр ине, – ти Белорет районының Мәхмүт ауылын Фәнил Ҡорманаев.
Тырыш егет юғалып ҡалмай, бер ни тиклем аҡса туплап, иҫке генә трактор һатып ала. Уның менән халыҡҡа бесән, утын, ағас ташып көн күрә башлай.
Шулай итеп, Фәнил Ҡорманаевтың эше әкренләп алға китә, техника ала, магазин, икмәк цехы асып, күрше ауылдарҙы ла тәмле әпәкәй менән тәьмин итә.
Бынан биш йыл элек ағас эше менән булыша башлай. Элекке колхоз ерендә пилорама ултыртҡан. Унда туғыҙ ауылдашы үҙенә шөғөл тапҡан. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләгәс, егеттәр тырышып эшләй. Йәй уларға бесән әҙерләп бирә Фәнил Айрат улы.
Йүнсел етәксе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, ә Тирлән урмансылығы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Әле урманды ҡартайған, ауырыу ағастарҙан таҙартыу буйынса килешеү төҙөп, санитар ҡырҡыу эше менән булыша. Уларҙан таҡта һәм бурса етештерәләр. Яҙ иһә Тирлән урман хужалығы питомнигынан ағас үҫентеләре алып, диләнкәләргә ултырталар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш үҫентеләрҙе ҡарап, һулығандары урынына яңыларын өҫтәп, үләндәрен сабып торалар.
– Егеттәрҙең бөтәһе лә тырыш. Беҙ, ауылдаштар, бер ғаилә кеүек эшләп, татыу йәшәйбеҙ. Һәр эштә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Быуаттар төпкөлөнән урман беҙҙең төп терәк булды, шуға ла уның ҡәҙерен беләбеҙ, – тине Фәнил Айрат улы.
Эшҡыуар ауылдаштары араһында ла изге ғәмәлдәре менән абруй ҡаҙанған. Мәсет һалыу өсөн төҙөлөш материалдары биреп, үҙе лә эште ойоштороп, мәхмүттәр менән иман йорто төҙөгәндәр. Халыҡты утын, таҡта, гәрбил кеүек материалдар менән тәьмин итә. Николаевка ауыл биләмәһе хакимиәте уҙғарған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, матди ярҙам күрһәтеп тора ул.
Әлбиттә, киләсәккә лә уның пландары ҙур. “Икмәк бешереү цехын яңынан һалырға кәрәк, ағасты тулы циклда эшкәртеүҙе яйға һалып, төҙөлөш материалдарын әҙер кипкән таҡта, рейка, вагонка итеп етештереп һатырға ине”, – тип хыяллана Фәнил Айрат улы.
Үрге Арша ауылы Башҡортостанда иң юғары бейеклектә (730 метр) урынлашҡан. Элек ул “87-се километр” тип йөрөтөлә, сөнки уның аша Белоретҡа тар колеялы тимер юл үткән була. Үрге Арша Көньяҡ Урал тауҙарының Көмәрҙәк тауы һырты буйында бик матур урында урынлашҡан.
1959 йылда унда 908 кеше йәшәһә, тимер юлдың бөтөрөлөүе, Белорет урман комбинатының фабрикаһы, таҡта ярыу цехы ябылыу сәбәпле, эшһеҙ ҡалған халыҡ ситкә китә башлай. 2002 йылда 167 кеше иҫәпләнһә, әле унда 100 самаһы ғына ҡалған.
Бөгөн иһә бындағы халыҡтың көнкүреше урмандан айырылғыһыҙ. Берәүҙәр Тирлән урмансылығында, Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығының Арша урмансылығында, ағас эшкәрткән предприятиеларҙа эшләһә, икенселәр кәсепселек менән шөғөлләнә.
Үрге Аршала элек-электән аҡ шыршы майы (пихта) етештерелә. Әле лә был шөғөлдө һаҡлап ҡалғандар. Беҙ аҡ шыршы майын етештереү цехында булдыҡ.
Фәнүр Закиров менән Никита Миронов аҡ шыршы майы ҡайната ине. Улар Белорет ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй.
Әле көнөнә 20 литр самаһы май алалар. Әҙер продукцияны М. Мортазиндың шәхси предприятиеһы һауыттарға ҡойоп, һатыуға сығара. Әлбиттә, май әҙерләү эше ҙур яуаплылыҡ та талап итә. Мәҫәлән, ҙур мейестең эргәһенән китмәйенсә көнө-төнө утын яғып, һыуытҡыста йылынған һыуҙы алмаштырып торорға кәрәк. “Ауылдаштар ошо кәсеп һөҙөмтәһендә йәшәй. Был эш туҡтаһа, бындағы тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, – тине егеттәр. Эйе, аҡ шыршы майы Үрге Арша халҡын ғына түгел, ә уның дауалау шифаһын тойған кешеләрҙе лә йәшәтә. Шуға ла бындағы халыҡ үҙен, тәбиғәттең балаһы итеп тойоп, уның ҡөҙрәте менән донъя көтә.
Йорт тупланмаһы торлаҡ мәсьәләһен хәл итә
Белорет ҡалаһындағы “Стройиндустрия” йәмғиәте 2015 йылдан бирле йорт тупланмалары әҙерләү менән шөғөлләнә. Ул “Нурлесстрой” предприятиеһы менән килешеү нигеҙендә “Йорт комплекты” республика программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ әҙерләй. Әле предприятиела төрлө һөнәрҙәр буйынса туғыҙ кеше эшләй.
– Был программа буйынса өйлө булыу теләген белдергәндәр күп. Документ әҙерләп тапшырып, программала ҡатнашыу хоҡуғына өлгәшкәндәр иһә беҙ етештергән йорт тупланмаларын ҡыуанып алып китә, – ти йәмғиәт директоры Рөстәм Ситдиҡов.
Ошо программа ярҙамында Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Шишмә, Ишембай, Йәрмәкәй, Нефтекамала һәм башҡа төбәктәрҙә мохтаждар өйлө булған. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында 70-тән ашыу ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланған. Программа эшләй башлағандан алып тәүге өс йылда республикала 1128 өй тупланмаһы етештерелә. Дөйөм алғанда, бындай мөмкинлектән файҙаланғандарҙың һаны 1500-ҙән артҡан.
Программала ҡатнашыу өсөн ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә торорға тейеш. Ғариза яҙып, тейешле документтар туплап, район хакимиәтенә тапшырырға кәрәк. Һуңынан “Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды”на заем биреүҙе һорап ғариза яҙырға кәрәк. Фонд биш процентлы өҫтәмә менән ҡайтарыу шартында 300 мең һум күләмендә заем бирә, шулай уҡ Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ағас бүлеүгә тапшыра. Һуңынан предприятие бирелгән ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә ағасты ҡырҡа, ташый, эшкәртә, өй тупланмаһы, таҡта кеүек төҙөлөш материалдарын әҙерләй. Тағы ла бер өҫтөнлөгө бар: унда ҡатнашҡандар сиратһыҙ ағас алыу менән тәьмин ителә. Шулай уҡ программала республиканың төрлө район һәм ҡалаларында йәшәгәндәр ҙә ҡатнаша ала.
Программа менән ҡыҙыҡһынғандар “Нурлесстрой” йәмғиәтенә (Белорет районының Тимер юлы ауылы, Профсоюз урамы, 49-сы йорт; 8-937-153-80-11, факс (34792), 7-70-10, е-mail:
lisovski@mail.ru) мөрәжәғәт итә ала.