Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
16 Сентябрь 2019, 15:25

Космонавтың крокодилы кешенең ҡулын ашаған

Уларҙы 1977 йылда Куба лидера Фидель Кастро совет космонавты Владимир Шаталовҡа бүләк иткән. Ул ваҡытта рептилияларҙың оҙонлоғо ни бары 50 сантиметрға еткән. Шаталов крокодилдарҙы Мәскәүҙәге фатирында тотҡан, тик үҫә башлағастар, хәүефләнгән ҡатыны уларҙы ҡайҙа булһа ла оҙатырға ҡушҡан.

lenta.ru
lenta.ru
Швеция гражданы крокодил һөжүменә дусар булған, һөҙөмтәлә ҡулһыҙ ҡалған. 79 йәшлек Ларс Лидегрендың (Lars Liedegren) ҡулын терһәгенә тиклем ҡырҡҡандар. Йыртҡыс ҡасандыр совет космонавты Владимир Шаталовтыҡы булған.
Ваҡиға Стокгольмдағы “Скансен” аквариумында үткән ябыҡ кисәлә теркәлгән. Ир ҡулын Куба крокодилдары торған вольерға төшөргән, бер рептилия уны шунда уҡ ҡабып та алған һәм ун секунд самаһы ебәрмәйенсә тотҡан. Фажиғәле хәлдән һуң ир өс аҙна дауаханала ятҡан.
Вольерҙағы крокодилдар – һирәк экспонат. Уларҙы 1977 йылда Куба лидера Фидель Кастро совет космонавты Владимир Шаталовҡа бүләк иткән. Ул ваҡытта рептилияларҙың оҙонлоғо ни бары 50 сантиметрға еткән. Шаталов крокодилдарҙы Мәскәүҙәге фатирында тотҡан, тик үҫә башлағастар, хәүефләнгән ҡатыны уларҙы ҡайҙа булһа ла оҙатырға ҡушҡан.
“Скансен” аквариумы директоры Юнас Вальстрём әйтеүенсә, башта крокодилдар Мәскәү зоопаркына тәҡдим ителгән. Унда урын булмағас, Швецияға килтерелгән.
Куба крокодилдары Сапата һаҙлығында һәм Хувентуд утрауында ғына осрай. Сағыу төҫтә, оҙон көслө аяҡлы булыуҙары менән башҡа рептилияларҙан айырыла. Оҙонлоғо 2,3 метрға етә, ауырлығы 40 килограмм самаһы тарта. Донъяла улар бер нисә мең тирәһе генә.
Читайте нас