Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Октябрь 2019, 22:31

Бөрйәндә айыуҙар урамда йөрөй

Апайымдың малайҙары һыуға тип сыға ла, аптырап ҡала: өй эргәһенән генә айыу балаһы йүгереп үтеп бара икән.

Социаль селтәрҙән.
Социаль селтәрҙән.
Шулай тип шаяртырға яраталар, ғәҙәттә. Әммә ҡайһы ваҡыт шаяртыуҙар ысынбарлыҡҡа ла тура килеп ҡуя. Ғөмүмән, быйылғы көҙҙә айыуҙарҙың үтә әрһеҙләшеүе тураһында иртәнге яҙмаларыбыҙҙың береһендә хәбәр иткәйнек инде.


Бынан бер нисә йыл элек Ҡурғашлы ауылында йәшәгән апайымдарға ҡунаҡҡа йыйынабыҙ. Машинаға ултырырға ғына торһаҡ, үҙе шылтырата:


- Саҡ ҡына алдараҡ килеп өлгөрмәнегеҙ, әле генә өй янынан айыу сабып үтеп китте!


Апайымдың малайҙары һыуға тип сыға ла, аптырап ҡала: өй эргәһенән генә айыу балаһы йүгереп үтеп бара икән.


Ошондайыраҡ хәл әлеге көҙҙә Ҡурғашлыға күрше Нәби ауылында ла күҙәтелде: Бәйләнештәге “Бөрйәндәр”, “Бөрйән һөйләй” төркөмдәре, үҙ-ара таныш-тоноштарҙың Whats App селтәрҙәре фотолар, видеояҙмалар менән тулды. Яҡындағы урман ауыҙында йөрөгән айыу балаһының хатта бәғзе берәүҙәр янына уҡ барып етә алған.


Әммә нисек кенә булмаһын, айыу – айыу инде ул, һағыраҡ булыу кәрәк, юҡҡа ғына уны урман хужаһы тип атамағандарҙыр.
Читайте нас