Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
29 Октябрь 2019, 14:37

Сүплекүлде сүпле тимәгеҙ...

Уның исеме лә әллә ни ҡолаҡҡа ятышлы түгел – Сүплекүл. Һаҙлыҡлы, ҡамышлы, үләнле, ләмле булғанға шулай тип атағандар, тигәйне ауылдан бер балыҡсы ағай.

geocaching.su
geocaching.su
Һәр урындың тәғәйенләнеше була. Хатта, күлдәрҙең дә. Мәҫәлән, быға тиклем һеҙҙе Учалы районында туристар ифрат үҙ иткән, йәй буйы уларҙың ярҙарынан ҡайтмаған хозур Өргөн һәм Ҡалҡан күлдәре менән таныштырғайныҡ. Әммә ошо күлдәрҙең эргәһендә генә, ылыҫлы урман араһында, тағы бер иҫ киткес һыу ятҡылығы барлығын хатта урындағы халыҡ та белеп бөтмәй.
Уның исеме лә әллә ни ҡолаҡҡа ятышлы түгел – Сүплекүл. Һаҙлыҡлы, ҡамышлы, үләнле, ләмле булғанға шулай тип атағандар, тигәйне ауылдан бер балыҡсы ағай.
Эйе, Сүплекүлдең ярында пляж ойоштороп бумаһа ла, уның ҡарауы, балыҡсылар өсөн ожмах бит ул! Заманында бында балыҡ тотоу буйынса ойошманың артеле урынлашҡан, балыҡсылар йорто ла булған, тиҙәр. Әле лә унда тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенән дә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар, шау-шыулы урындарҙан бигерәк тынлыҡта, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар килә.
Әйткәндәй, тап ана шул тыныс урын булғаны өсөн, күлде бихисап ҡырағай ҡоштар, шул иҫәптән аҡҡоштар ҙа үҙ итә.
Сүплекүл Учалы ҡалаһынан ни бары – 15, Өргөндән – өс километрҙа ғына урынлашҡан. Ҡалҡан күле яғынан да яҡын. Учалы яҡтарына юл төшһә, Өргөн һәм Ҡалҡан күлдәренә мотлаҡ барып етәсәкһегеҙ. Шунда тапалған маршруттан бер аҙ боролоп, серле, аҡҡошло Сүплекүлде лә күреп сығығыҙ!
Читайте нас