Ҡырағай мөхит
18 Декабря 2019, 11:00

Мышыны кем атҡан?

БР Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тикшереү башланы, мышыға һунар законлы башҡарылғанмы икәнлеген асыҡлау өсөн һунарсыларҙы эҙләйҙәр.

Әлшәй районы Һарай ауылы халҡы бер йорттоң ихатаһында ҡанға батҡан мышыны абайлай, һуңғараҡ йәрәхәтләнгән йәнлек зым-зыя юҡ була.
“Тәбиғәт” һунарсылыҡ хужалығы шәхси ойошмаһы директоры Анатолий Сорокин фекеренсә, һунарсылар төркөмө мышыны ауылдан километр ярым алыҫлыҡта ата, әммә яраланған йәнлек уларҙан ҡаса башлай. Әлегә билдәһеҙ кешеләр меҫкен йәнлекте Үҙәк урамда урынлашҡан йорт эргәһендә ҡыуып етеп, атып үлтерәләр һәм табыштарын алып күҙҙән юғалалар.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тикшереү башланы, мышыға һунар законлы башҡарылғанмы икәнлеген асыҡлау өсөн һунарсыларҙы эҙләйҙәр.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас