"Салауат ерендә" гәзите хәбәр итеүенсә, Семиряково - Торналы - Лағыр - Мөрсәлим автомобиль юлы эргәһендә үле хайуан кәүҙәләре табылған.
"Лағыр ауылына етәрәк ике саҡрым алыҫлыҡта аттарға һөжүмде сағылдырған эҙҙәргә тап булдыҡ", - тип хәбәр итә ҡатын. Оло аттың тиреһендә ҡанлы яралар һәм тырнаҡ эҙҙәре ҡалған, ҡолондоң кәүҙәһе өҙгөләнмәгән булһа ла, ул үлгән булған.
Был тарафтарҙа һуңғы йылдарҙа бүреләр йыш осрай башлаған, уларҙың һаны арта. Тик бөтә бәләне лә бүреләргә япһарыу дөрөҫ булмаҫ, урманда айыу һәм бүре хужа тип электән әйтә килә халыҡ. Ҡыш уртаһында урманға малын сығарып ебәргән хужа нимә уйланы икән?..
Фото: https://na-zemle-salavata.rbsmi.ru/