Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
7 Ғинуар 2020, 18:36

Йәнлектәр ашарға һорай

Был турала республика етәксеһе лә үҙ фекерен белдерҙе.

Быйылғы ҡыш ҡырағай йәнлектәр өсөн ауыр килә. Ҡар аҙ, көндәр һалҡын, шуға күрә уларҙы ашатып тороу – бик кәрәкле ғәмәл. Әлеге ваҡытта республикалағы барлыҡ тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында һәм заказниктарында ҡырағай йәнлектәрҙе ашатыу өсөн махсус майҙансыҡтар әҙерләнгән. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр инспекторҙар ашарға алып килә, тоҙ өҫтәп тора.


Һауа температураһы түбәнәйгәс, күпсе­лек ҡоштар һәм ҡырағай хайуандар аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисерә башлай. Был уларҙың һаулығына зыян килтерә, күпселек осраҡта үлем сәбәпсеһе лә булып тора. Тояҡлы хайуандарға ҡышын тоҙ етмәй, хатта ҡуяндарға ла кәрәк ул, шуға бындай майҙансыҡтарға уны күпләп һалып ҡуялар.
Ҡырағай йәнлектәр ҡыш аҙыҡтан өҙөлмәһен өсөн, инспекторҙар йәй буйы миндек, бесән әҙерләй. “Шайтантау” заказ­нигы инспекторы Илгиз Әбделмәнов бел­дереүенсә, уны ботаҡлы бесән тип атайҙар. Был йәнлектәрҙе ашатыу өсөн киптерелгән ботаҡлы материал ҡыш бик кәрәк. Ҡороған япраҡтар һәм ҡоро ботаҡтар улар өсөн бик туҡлыҡлы, унда минераль матдәләр ҙә күп. Миндектәр менән мышылар, ҡо­ралайҙар, ҡабандар, ҡуяндар һыйланырға ярата. Шулай уҡ, мөмкинлек булғанда, шәкәр сөгөлдөрө лә туплап ҡуялар.
Һүҙ ҙә юҡ, тема бик көнүҙәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә лә яҙып сыҡҡайны.
“Был ваҡытта беҙҙең өс тау ҡурсаулығы (“Көньяҡ Урал”, “Башҡортостан” һәм “Шүлгәнташ”) һәм тәбиғәт парктары (Ирә­мәл, Мораҙым тарлауығы) хеҙмәт­кәрҙәре ҡырағай йәнлек һәм ҡоштарҙы ашата башлай. Улар өсөн бойҙай һалалар, тоҙ ялау урындары эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта йән­лектәр тоҙҙо үҙҙәре таба алмай. Ағастарға ҡоштар өсөн тағараҡтар элеп сығалар. Был үҙ-үҙҙәрен аямаған кешеләр беҙҙең йәнлек һәм ҡоштарыбыҙҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, ә тәбиғәт байлыҡтарын урлауға юл ҡуймай, хәүефһеҙ турист маршруттары һала.
Ҡурсаулыҡтар хеҙмәткәрҙәренә ирек­мәндәр ныҡ ярҙам итә. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Ҡағиҙә булараҡ, улар мәктәп уҡыусылары. Сүп-сар таҙартырға, урман­дарҙы, һыу буйҙарын таҙа тоторға ярҙам итәләр. Быйыл ғына дөйөм көс менән тәби­ғәт парктарынан 500 тонна сүп-сар йыйыл­ған, 200 километр яр буйҙары таҙартылған. Бына ошондай саҡта беҙҙең балалар менән ғорурланыу кәрәк”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Ысынлап та, бындай сараларҙа бала­ларҙы ла ҡатнаштырыу, бер яҡтан, инс­пекторҙар өсөн ярҙам булһа, икенсе яҡтан, уларҙы тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы, экологик яҡтан грамоталы итеп үҫтереүҙә ҙур файҙа.
Читайте нас