Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
1 Апрель 2020, 19:30

Бөгөн - Ҡоштар көнө

1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә.

Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар икәнлегенә һәр кемебеҙ яҡшы хәбәрҙар, әммә тап бөгөн уларҙың көнө икәнлеген күптәр белмәйҙер.
1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә. Ҡоштар Ер шарының бөтә урындарын, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрен дә төйәк иткән. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндә йәшәгән ҡоштарҙың - 10681 (20087 төрсәһе), шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандарҙың 159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә уларҙың 789 төрө бар.
Ҡоштарҙы яҡлап, тәбиғәтте һаҡлаусылар тарафынан төрлө рейдтар ойошторола, уларға ҡыш көнө тағараҡтар эленә.
Башҡорттар өсөн бигерәк тә аҡҡош изге ҡош һанала. Шуға күрә уның итен ашау тыйылған. Әйткәндәй, башҡорт мифологияһында ҡоштарға табыныу күренештәре лә юҡ түгел. Халыҡ ижадында төрлө ҡоштарға бәйле ырым-йолалар, ышаныуҙар, мәҡәл-әйтемдәр, әкиәттәр күп.
Яҙ етеү менән беҙҙең яҡтарға иң тәүгеләрҙән булып ҡара ҡарға, сыйырсыҡ, һабантурғай, аҡҡош, торна ҡайта. Бөгөн ауыл ерендә йәшәүселәр көн һайын иртән сыйырсыҡтарҙың моңло тауышына уяна. Тиҙҙән кәкүк тауышы ла ишетелер, еребеҙ һабантурғай моңона күмелер...
Фото: yan.zendex.ru
Читайте нас