Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Октябрь 2021, 14:49

“Ашҡаҙар”ҙа – “Онотолмаҫ осрашыуҙар

Республиканың “Ашҡаҙар” радиоһы Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берлектә “Онотолмаҫ осрашыуҙар” проекты сиктәрендә беренсе сара ойошторҙо.

Тәүге ҡунаҡ Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, кү­ре­некле шағир Радик Хә­кимйән күптән түгел 80 йәшлек юбилейын билдә­ләне.

“Онотолмаҫ осра­шыу­ҙар”ҙа Башҡортостостан радиоһы директоры Тән­зи­лә Үлмәҫбаева, рес­пуб­ликаның Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев,  “Ашҡаҙар” радиоһы, “Китап” нәшриәте хеҙмәткәр­ҙәре, юғары уҡыу йорто студенттары, шиғриәт һө­йөүселәр ҡатнашты. Кисә­лә Радик Хәкимәйн шиғыр­ҙарына яҙылған йырҙарҙы билдәле артистар Резеда Әминева, Фәнәүи Сәли­хов, Дамир Тайыпов, Рат­мир Вәлиев, Урал Ниғмә­туллин баш­ҡарҙы.

Буласаҡ әҙиптең бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә, туғандарҙың татыулығы, ауыл­даштарының бер-береһенә йылы мөнә­сә­бәте ауырлыҡтарҙы еңер­гә ярҙам итә. Радик Хәким­йәнде һәм уның тиҫтер­ҙәрен “еңеүселәр быуыны” тип атарға кәрәк.

Бала саҡтан китапҡа изге мөнәсәбәт һаҡлаған Радик Закирйән улы  ҡайҙа ғына эшләһә лә шиғыр яҙыуҙан туҡтамай. Лирик шиғырҙар авторы­ның ижадына бик күп композиторҙар мөрәжәғәт итә. Уның 800-ҙән ашыу шиғырына йыр яҙылған. Улар Башҡортостанда ла, Татарстанда ла бик популяр. “Ашҡаҙар” радиоһын­да ла шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йыш яң­ғырай. Шиғырҙары төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Әҙәбиәт белгес­тәре Радик Хәкимйәнде “тыуған яҡ йырсыһы” тип атай. Ҡайһы шиғырын ғына алмайыҡ, һәр береһендә тыуған ергә булған һөйөү ярылып ята. Уның ижады намыҫ, выждан, иман төшөнсәләрен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, күңелдә бай кисереш­тәр уята.Үҙенең бер шиғы­рын ул юҡҡа ғына “Ғүме­рем булды йырлы” тип атамаған. Йырлы ғүмер күпме кешене илһамлы итә.

“Юғары тиҙлектәр заманында өлкән быуынға иғтибарыбыҙ кәмей төштө кеүек. Шуға ла “Онотол­маҫ осрашыуҙар” проектын ойошто­рорға бул­дыҡ. Уны ай һайын үткә­рергә ниәтләйбеҙ. Киләһе сараларҙа Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбаев, Рим Хәсәнов, Данил Хәсәншин кеүек исемдәре республика тарихына яҙылған шәхестәрҙең ҡатнашыуы көтөлә”, – тип белдерҙе “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

 

- Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Читайте нас: