Бөтә яңылыҡтар

"Холҡом – атайымдыҡы!"

Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы ни өсөн әсәһенән кәңәш һорамай?

"Холҡом – атайымдыҡы!"
"Холҡом – атайымдыҡы!"

Билдәле эстарада йырсыһы Айҙар Ғәлимов тормош юлдашы Зилә ханым менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер инде ҡыҙҙары буй еткергән. Уларҙың холҡо кемдекенә оҡшаған?

Гүзәл:
– Холҡом – атайымдыҡы! Бәләкәй саҡта күберәк ваҡытты әсәйем менән уҙғарҙыҡ, билдәле, атай йыш гастролдә булды. Әммә мине бөгөн ҡыҙыҡһындырған өлкәләргә нәҡ атайым алып килде. Футбол, хоккей менән янып йәшәйем. Атай-әсәйем беренсе бала малай булыуын нығыраҡ теләгәнгәме, миндә егеттәргә хас сифаттар юҡ түгел. Мәктәптә уҡығанда ла күберәк малайҙар менән аралаша, уртаҡ телде еңел таба инем. Кәңәштәрҙе лә күберәк атайымдан һорайымдыр, сөнки әсәйем минең кисерештәрҙе күңеленә ныҡ яҡын ала, борсола. Атайым биргән кәңәш, ысын ир-егет фекере булараҡ, минең өсөн бик мөһим. Әсәйебеҙгә лә "Афарин!" тим. Өйҙәге бар эшкә лә ҡурҡ­май тотона ул, кәрәк икән, ҡулына сөй менән сүкеш тә ала!

Айгизә: 
– Холҡом менән мин дә – хас атайым! Сәхнәгә тартылам, бөтөн кеше менән дә уртаҡ тел таба беләм. Ә ҡиәфәтем буйынса – ҡойоп ҡуйған әсәйем!

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/aidar.galimov

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: