Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Август 2022, 15:00

Кәүҙәһен ҡап-ҡара машинаға һалдыҡ. Ә уныһы тауҙан түбән төшөп китте лә юғалды...

Мин шунда, һис йәшермәйем, күҙ йәштәремде тыя алманым

Кәүҙәһен ҡап-ҡара машинаға һалдыҡ. Ә уныһы тауҙан түбән төшөп китте лә юғалды...
Кәүҙәһен ҡап-ҡара машинаға һалдыҡ. Ә уныһы тауҙан түбән төшөп китте лә юғалды...

27 июлдә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл тулды. Ошо айҡанлы уның ижадташ дуҫы – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов: ”Уның юҡлығын күңелем ҡабул итмәй”, – тип яҙҙы.

– Әле лә күҙ алдымда: ҡояшлы көн, урам тулы халыҡ. Кешеләр шок хәлендә. Хәниәнең йыры яңғырай. Кәүҙәһен ҡап-ҡара машинаға һалдыҡ. Ә ул тауҙан түбән төшөп китте лә юғалды – Хәниәне мәңгелеккә беҙҙән алып китте. Мин шунда, һис йәшермәйем, күҙ йәштәремде тыя алманым. Уның юҡлығына ышанғы килмәй! Ҡайҙандыр килеп сығыр кеүек... Тауышын ишетәм, йыш ҡына төштәремә инә Хәниә. Уның юҡлығын күңелем ҡабул итмәй... Хәниәнең һәр тыуған көнөн матур итеп сәхнәлә үткәрә инек. Киләһе тыуған көнөндә, йәнә Хәниәгә бағышланған концертта ҡатнашып, уның юҡлығын аңлармын, бәлки... Әлегә аңлағым килмәй. Замандашым, юлдашым, эскерһеҙ дуҫым ине ул, – тип уртаҡлаша Айҙар Ғәлимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото: Айҙар Ғәлимовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: