Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Август 2022, 22:00

Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр

Тағы ла бер матур башҡорт ғаиләһе тыуҙы, афарин!

Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр
Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо ял көндәрендә Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙының туйы үтте. Уның тәүге өлөшө Өфөлә ресторанда булған. Унда 150-гә яҡын ҡунаҡ саҡырылған.

Туй мәжлесендә республика эстрадаһының сағыу йондоҙҙары бөтәһе лә тиерлек булған, шул иҫәптән билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре лә ситтә ҡалмаған. Ғөмүмән, артист барлыҡ дуҫтарын ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан: Радик Юлъяҡшин, Заһир Зәйнетдинов, Әнүәр Нурғәлиев, Айрат Мусин, Азамат Ғафаров, Рәнис Алтынбаев һәм башҡалар. Улар һәр береһе йырлап, изге теләктәрен еткергән.

Туйҙың икенсе өлөшө Архангел районының Архенгел ауылында дауам иткән. Унда йәш киленгә матур итеп һыу юлын күрһәткәндәр.

Рөстәм Ғиззәтуллиндың кейәүе Айҙар Зәкировтың тамырҙары Белорет районының Ғәбдөк ауылына тоташа. Унда Ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй. 

Тағы ла бер матур башҡорт ғаиләһе тыуҙы, афарин!

Һыу юлындай йәштәрҙең ғүмер юлдары оҙон һәм таҙа, саф, бәхетле булһын!   

Фото: Рөстәм Ғиззәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр
Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр
Рөстәм Ғиззәтуллиндың ҡыҙына һыу юлын күрһәткәндәр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: