Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2022, 22:00

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә

Ырғыҙлы ауылында open-air форматында концерт булып үтте.

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә

Был сара Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова башланғысында, “Атайсал – кесе тыуған яҡ” йәмәғәт проекты сиктәрендә ойошторолдо. Байрамда Рөстәм Ғиззәтуллин, Алтынай Вәлитов, Зилия Бәхтиева һәм “Дәрүиш-Хан” популяр башҡорт рок-төркөмө ҡатнашты.

“Атайсал” проекты былтыр 1 марттан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысында бойомға ашырыла башлағайны. “Тыуған ауылым клубына ярҙам итергә тырышам. Былтыр “Шатлыҡ” балалар ансамбленә сәхнә костюмдары тектереп биргәйнек”, – ти Әминә Шафиҡова.

Мәҙәниәт министры үҙ исеменән Ырғыҙлы мәҙәниәт йортона тауыш көсәйтеүсе аппаратура, проектор менән экран һәм өҫтәл уйындары бүләк итте.

Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Бөрйәндә
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: