+29 °С
Ясна
Сарала “Йәшлек-шоу” Бөтә Рәсәй йәштәр фестивалендә финалға сығыусы Алиса Жумагалиева һәм "Голос" проектында ҡатнашыусы, “Яңы йондоҙ” конкурсы финалисы Илдар Абдуллин, райондың ижади коллективтары, РФ-ның эске эштәр министрлығының Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһы буйынса бүлеге хоры ҡатнашты.
Концертты ойоштороусыларҙың береһе, Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рамзан Әбсәләмов әйтеүенсә, тамаша программаһы бик бай һәм күңелгә ятышлы булды.